+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Йәйге ял
19 Июнь , 09:51

Һәр көндәре файҙалы, күңелле үтә

Каникулдың тәүге айында уҡыусылар мәктәп лагерҙарына йөрөй. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла Мәрйәм Бураҡаева программаһы буйынса «Йәйләү» лагеры эшләй.

Һәр көндәре файҙалы, күңелле үтәҺәр көндәре файҙалы, күңелле үтә
Һәр көндәре файҙалы, күңелле үтә

Бында һәр көн файҙалы, күңелле уҙа. Башҡортостан тәбиғәтенең хозурлығын, мәңгелектә тереклекте күрһәткән йәшел төҫтән галстуктар тағып, башҡорт халҡының йолаларын, мәҙәниәтен, көнкүрешен өйрәнеү төп маҡсат булып һанала. Мотивациялы уйын системаһы аша һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан уҡыусы көн дә мәрәйҙәр йыя ала. Каникулдарының тәүге көндәрен бында үткәреүсе уҡыусылар ҙа «Урал батыр» эпосы менән танышты. Башта улар оригами ысулын ҡулланып, «Урал батыр» эпосында ҡоштар батшаһы Самрау менән күк гүзәле Ҡояштың аҡҡош ҡиәфәтенә ингән ҡыҙҙары Һомайҙы эшләне.

Һуңынан Әбделҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҙәгенә барып, унда китапханасы апайҙар үткәргән «Урал батыр эҙҙәре» тигән викторинала ҡатнаштылар. Бер көндө Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты, Земство мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы Рушан Басир улы Ҡәҙербаев та ҡунаҡҡа килде. Йәнә иң иҫтә ҡалған сараларҙың береһе булып башҡорт халҡының стилләштерелгән биҙәүестәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Махсус саҡырылған ҡунаҡ Альбина Дәүләтбаева заманса эшләнгән алҡа, йөҙөк, муйынсаҡ, беләҙек, түшелдерек кеүек әйберҙәр менән таныштырҙы. Ҡайһы берҙәрен күмәкләшеп эшләп тә ҡаранылар.

– Йәш быуын менән бындай оҫталыҡ дәрестәрен үткәреүҙең әһәмиәте ҙур. Беренсенән, уҡыусылар ҡулдарына энә тотоп, тегергә өйрәнә. Икенсенән, башҡорт халҡының биҙәүес, кейем өлгөләре менән бергә милләтебеҙҙең тарихын да белә, – ти Альбина Радик ҡыҙы. Был сараның әһәмиәтен лагерҙа эшләүсе педагогтар ҙа юғары баһалай. Йәш быуынды тәрбиәләү өсөн яҡшы алым, тигән фекерҙәләр.

– Уҡыусылар менән көн дә милли асылыбыҙҙы өйрәнеүгә бәйле эштәр алып барырға тырышабыҙ. Милли биҙәүестәргә арналған оҫталыҡ дәресе үтеүе тураһындағы яңылыҡты балалар шатланып ҡабул итте. Өҫтәлдә ятҡан мәрйен, сәйлән, тәңкәләрҙән күҙҙәрен алманылар. Киләсәктә бындай сараларҙа әүҙем ҡатнашырға кәрәклеге хаҡында әйттеләр, ти башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Гөлназ Хужәхмәтова. Рухлы, зыялы йәш быуын үҫтереү өсөн һәр ваҡыт эҙләнеү юлында булған Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның «Йәйләү» лагерында эшләгән уҡытыусы, тәрбиәселәргә: «Афарин!» – тиергә генә ҡала.

 

 Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Һәр көндәре файҙалы, күңелле үтә
Һәр көндәре файҙалы, күңелле үтә
Һәр көндәре файҙалы, күңелле үтә
Һәр көндәре файҙалы, күңелле үтә
Һәр көндәре файҙалы, күңелле үтә
Һәр көндәре файҙалы, күңелле үтә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас