

Балалар төрлө милли уйын, йыр һәм бейеү өйрәнеп, ҡыҙыҡлы экскурсияларға ихлас йөрөнө. «Йәншишмә», «Толпар» һәм «Аманат» отрядтарына бүленделәр. Улар бергәләп район балалар китапханаһына ла барҙы. Унда «Китап көнө»нә бағышланған кисәлә ҡатнаштылар. Һәр отряд үҙҙәренең гәзитен сығарҙы. Һәр көндө хәрәкәтле, өҫтәл уйындары ойошторолдо. «Аҡбуҙат» паркында булып, рәхәтләнеп күңел астылар. Шулай ҙа иң оҡшағаны Ғафури районына бассейнға барыу булғандыр. Һыуҙа күңелдәре булғансы йөҙҙөләр, кемеһелер йөҙөргә лә өйрәнде. Тағы ла барырға теләктәрен белдереп ҡайттылар. Балаларға Экология көнөнә арналған уйындар уйнау ҙа, квест үтеү ҙә күңелле булды. Көндәр ямғырлы тороуына ҡарамаҫтан, беҙҙең балаларҙың күңелһеҙләнергә ваҡыттары булманы. Лагерҙа ҡыҙыҡлы саралар күп үткәрелде. «Йәйғор» кинотеатрында «Өйҙә бер үҙем түгел-3» тигән мауыҡтырғыс фильм ҡаранылар. Улар кино аша изгелектең яуызлыҡты еңеүенә тағы ла бер тапҡыр инанды. Стәрлетамаҡ ҡалаһына сәйәхәтте лә оҡшатты ял итеүселәр. Унда Гагарин паркында ял иттек. Төрлө аттракциондарҙа бәүелдек. Тәмле туңдырма менән һыйландыҡ. – Миңә Фән көнөндә «Йәйғор» кинотеатрында күрһәтелгән «Эволюция» фильмын ҡарау оҡшаны. Ул Зоуи һәм уның йорт хайуандары мажаралары тураһында ине. Сәйер сит планета емештәрен татығандан һуң уларҙың ДНК-һы үҙгәрә. Хайуандар – кеше телмәренә һәм аҡылына, ә Зоуи үҙе үткер тырнаҡтарға, ҡырағай холоҡҡа эйә була. Бергәләп ошондай тамашаны ҡарау ҡыҙыҡлы һәм күңелле булды, – ти Айназ Вәлитов. Тағы ла балаларҙың күңеленә хуш килгән көн – 10 июнь. Ул Һөнәрҙәр көнөнә бағышланғайны. Балалар нисек һөнәр һайлау, киләсәктә кем булыу тураһында ихлас әңгәмәләште. Һуңғы көндәрҙә ял итеүселәрҙең бер өлөшө – Ауырғазы районының ветеринар станцияһына, икенселәре икмәк бешереү комбинатына барҙы. Беренсеһендә улар мал табиптарының сирләп киткән төрлө йорт йәнлектәренә нисек ярҙам итеүҙәре тураһында белһә, икенсеһендә икмәк-ҡалас ризыҡтары магазин кәштәләренә еткәнсе ниндәй юл үткәнен күрҙе. Уҡыусылар ондо ни өсөн һәм нисек иләгәндәрен, ҡамыр баҫҡандарын, әүәләгәндәрен һәм икмәк бешергәндәрен дә ҡараны. Аҙағынан йылы, тәмле ҡалас менән дә һыйландылар. Бына шулай лагерҙағы матур ял көндәребеҙ бай тәьҫораттар менән «һә» тигәнсе үтте лә китте.
Айгөл ҺАТЛЫҠОВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.