+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Йәйге ял
15 Июль , 06:05

«Китап аҡланы»на рәхим итегеҙ

Һеҙ балаларҙың ялын күңелле генә түгел, ә файҙалы ла үткәрергә теләйһегеҙме? Морат Рәхимҡолов исемендәге 17-се балалар китапханаһы  йәйге «Китап аҡланы»на саҡыра!

«Китап аҡланы»на рәхим итегеҙ«Китап аҡланы»на рәхим итегеҙ
«Китап аҡланы»на рәхим итегеҙ

Һәр шаршамбы һәм кесаҙна сәғәт 11-ҙә китапхана алдындағы асыҡ һауала балаларҙы ҡыҙыҡлы уҡыу һәм ижад байрамы көтә. Бында яңы китаптар һәм балалар журналдары менән тәүгеләрҙән булып танышырға мөмкин. Уйындар һәм асыштар донъяһына рәхим итегеҙ: интеллектуаль викториналар, әҙәби һәм өҫтәл уйындары, ижади һәм үҫтереүсе оҫтаханалар, ҡысҡырып уҡыуҙар һәм әңгәмәләр ойошторола.

«Китап аҡланы» программаһында төрлө-төрлө шөғөлдәр табырға мөмкин. Ҡул эштәре яратҡандар әкиәттәр буйынса әйберҙәр яһай, йәш рәссамдар асфальтҡа һүрәт төшөрөп ҡарай ала. Йомаҡтар һәм башватҡыстар яратҡандар өсөн уйындар һәм викториналар әҙерләнгән. Балалар ҡыҙыҡлы хикәйәләр тыңлай, ә һуңынан үҙҙәре лә һөйләп ҡарай — был телмәрҙе һәм үҙ-үҙеңә ышанысты үҫтерергә ярҙам итәсәк.

Тыуған яҡтың мәҙәниәте һәм тарихы менән дә таныштырабыҙ. «Китап аҡланы»нда Башҡортостан яҙыусылары, шул иҫәптән китапхана исемен йөрөткән Морат Рәхимҡолов тураһында әңгәмәләр буласаҡ. Балалар әҙәбиәткә яңыса ҡарай аласаҡ һәм ер-һыуыбыҙ мираҫы менән бәйләнеште тоясаҡ.

«Китап аҡланы» балаларҙы  йәйге буйына ҡыуандырасаҡ.  Аҙаҡтан иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы байрам һәм бүләктәр көтә!

Әгәр көн бик эҫе, елле йәки ямғырлы булһа, саралар китапхана эсендә үтәсәк — шуға ямғыр ҙа, эҫе лә кәйефкә һәм яңы белемдәргә ҡамасауламаясаҡ.

Ҡатнашыу бушлай — бөтөн ғаиләгеҙ менән килегеҙ! Беҙҙә күңелле! Йәй китаптар, асыштар һәм аралашыу шатлығы менән тулһын!

Наталья ПРОКОФЬЕВА,

Өфө ҡалаһы,
Морат Рәхимҡолов исемендәге 17-се балалар китапханаһы мөдире.

«Китап аҡланы»на рәхим итегеҙ
«Китап аҡланы»на рәхим итегеҙ
«Китап аҡланы»на рәхим итегеҙ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас