+24 °С
Облачно
VKOKМакс
Йәйге ял
7 Августа , 12:13

«Йәйләү» лагеры – рухи тәрбиә шишмәһе

– Ырыуың кем?– Бөрйән!– Ырыуың кем?– Меңле!– Ырыуың кем? – Үҫәргән!..Әбйәлил районы «Хазина» полилингваль гимназияһында быйыл беренсе тап­ҡыр «Йәйләү» ял һәм һауыҡтырыу лагеры ойошторолдо. Көн һайын унда ырыуҙар орандары ишетелеп торҙо.

«Йәйләү» лагеры – рухи тәрбиә шишмәһе«Йәйләү» лагеры – рухи тәрбиә шишмәһе
«Йәйләү» лагеры – рухи тәрбиә шишмәһе

– «Йәйләү» – ул рухи тәрбиә шишмәһе, – ти программаны нигеҙләүсе һәм тормошҡа ашырыусы Башҡортос­тандың халыҡ уҡытыусыһы, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева.
Яҡын-тирәне моңға, рухҡа сорнап, лагерь гимны яңғырай. Күңел һалып, ысын йөрәктән йырлай балалар. «Йәйләү» бер­ҙәмлек, дуҫлыҡ тойғоһо уята, ихлас, эскерһеҙ, телефонһыҙ аралашыу бүләк итә, рәхәтләнеп бергә-бергә уйнау мөмкинлеге бирә. Төп маҡсат булып башҡорт халҡының йолаларын, тарихын, мәҙәниәтен, традицияларын өйрәнеү, һаҡлау тора.
– Ырыуҙарға бүленеп, «Йәйләү» лагерында балалар Башҡортостаныбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли аш-һыуын, әкиәт-эпос­тарын өйрәнде. Ма­лай­ҙар һәм ҡыҙҙар халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындары тураһында мәғлүмәт алды. Ә бит улар мәргәнлеккә, сослоҡҡа, етеҙлеккә һәм түҙемлеккә, тәртипкә, йыйнаҡлыҡҡа өйрәтә, – ти әйҙәүсе Дилара Хафиз ҡыҙы Хисмәтова.
Балалар келәм кеүек түшәлеп ятҡан үләнгә ултырып «Йөҙөк һалыш», «Боҙоҡ телефон», аҙаҡ инде иң яратҡан уйындарының береһе – «Аҡ тирәк, күк тирәк»те уйнаны.
– Беҙҙә уҡыусылар өсөн көн дә ҡыҙыҡлы саралар, мауыҡтырғыс конкурстар, осрашыуҙар уҙғарылып торҙо. Атай-әсәй­ҙәр ҙә лагерҙы ныҡ оҡшатты. Бигерәк тә Шәжәрә, Һабантуй байрамдарынан барыһы ла ҡәнәғәт булды. Һәр бала үҙенең шәжәрәһен ентекле өйрәнгән, – ти лагерь етәксеһе Илгиз Наил улы Истам­ғәлин.
Балалар менән дә һөйләшәбеҙ.
– Оҫталыҡ дәрестәре бик файҙалы булды. Бигерәк тә ашнаҡсы апайҙар ярҙамында өсмөйөш һәм пиццаны үҙебеҙ бешереп ашау оҡшаны. Эшкә өйрәнеп ҡайтам. Хәҙер өйҙә лә нисек бешерергә беләм, – ти Арсен Ғиззәтов. Ул быйыл V синыфҡа бара. Йөҙөргә ярата, синыф менән бейеүгә йөрөйҙәр. Каратэ түңәрәгенә лә ваҡыт таба малай.
– Был лагерь миңә ныҡ оҡшаны. Атай-әсәйем менән шәжәрәмде өйрәндем, – ти Аделия Белоброва. Арсен менән синыфташ икән үҙе. Һөйкөмлө ҡыҙ шиғырҙар ятларға ярата, оҫта бейей.
Балалар өсөн һуңғы көндә һабантуй ойошторолдо. Көршәк ватыу, йоморт­ҡалы ҡалаҡ ҡабып йүгереүҙәр, тал «аттар»ҙа сабыш, «Ебегән» уйыны, тоҡ кейеп ярышыу, төрлө спорт уйындары үткәрелде. Барыһы ла бәләкәй генә булһа ла бүләк алып ҡыуанды. Тәрбиәселәр лагерҙы ябыу тантанаһында иң әүҙем, иң етеҙ, иң талантлы уҡыусыларҙы билдәләне.
Илһөйәрлек, телһөйәрлек, берҙәмлек тәрбиәләүсе ял һәм һауыҡтырыу лагеры эшен тамамланы. Һомай ҡыҙҙай һылыу, аҡыллы ҡыҙҙарыбыҙҙы, Урал батырҙай көслө егеттәребеҙҙе алда уңыштар ғына көтһөн.

 

«Йәйләү» лагеры – рухи тәрбиә шишмәһе
«Йәйләү» лагеры – рухи тәрбиә шишмәһе
«Йәйләү» лагеры – рухи тәрбиә шишмәһе
«Йәйләү» лагеры – рухи тәрбиә шишмәһе
«Йәйләү» лагеры – рухи тәрбиә шишмәһе
«Йәйләү» лагеры – рухи тәрбиә шишмәһе
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас