+27 °С
Облачно
VKOKМакс
Йәйге ял
20 Августа , 08:30

Айхан оҫтарып та алған

Был һүрәттә һеҙ Ауырғазы райноны Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусыһы Айхан Ғималдиновты күрәһегеҙ.

Айхан оҫтарып та алғанАйхан оҫтарып та алған
Айхан оҫтарып та алған

Ул да йәйге ялын файҙалы итеп уҙғара. Айхан яңы һөнәр үҙләштерергә лә өлгөргән. «Атанат күргән — уҡ юнған, әсәнән күргән — тун бескән», — тиҙәр бит. Ысынлап та, баланың тормошҡа ҡарашына, холҡона, хатта ябай ғына ғәҙәттәренә лә ата-әсәһе, ғаиләлә алған тәрбиә ҙур йоғонто яһай шул.
Быйыл ямғыр йыш яуғас, үлән гөрләп үҫә лә китә, сабып ҡына өлгөр. Айхан әйткәнде көтөп тормай. Үлән сабырға өйрәнеп алған да атаһына ярҙамлаша.
Әсәһе лә үҙен маҡтап бөтә алмай.
– Миңә лә ҙур ярҙамсы ул. Икәүләп сәскә өсөн кәрзин үрәбеҙ. Заказдар күбәйеп китһә, улымдың ярҙамы ныҡ тейә, – ти әсәһе.
Бына шундай уңған, тырыш малай үҫә Талбазыла.



Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас