+17 °С
Ясна
VKOKМакс
Йәйге ял
26 Август , 06:12

Морат ялын матур үткәрә

Мин уҡыусыларымды бик яратам. Каникулға киткәс тә улар менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ, хәлдәр һорашабыҙ, яңылыҡтар менән уртаҡлашабыҙ.

Морат ялын матур үткәрәМорат ялын матур үткәрә
Морат ялын матур үткәрә

Әле күптән түгел башҡорт телен һыу кеүек эскән Мораттың нисек ял итеүе тураһында ҡыҙыҡһындым. Был уҡыусым Түбәнге Йәркәй лицейының I синыфын уңышлы тамамланы. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, спорт түңәрәктәренә йөрөп, төрлө ярыштарҙа еңеү яулаған малай: «Егет кеше көслө булырға тейеш!» – ти.
Дәрестә, тәнәфестә йыш ҡына республикабыҙ картаһы янына килеп, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙын бирә ул. Айырыуса тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәте, тарихы, билдәле шәхестәре менән ҡыҙыҡһына. «Морат, сәйәхәткә ҡайҙа барыр инең?» – тип һорағас: «Тәүҙә республика буйлап йөрөп, танышып сығыр инем», – тип яуапланы малай.
Йәйгеһен кем ҡайҙа ял итергә яраталыр, ә Морат Камалетдинов өсөн иң шәп ял – Этәй ауылында йәшәгән олатай менән өләсәһе янында. Өләсәһе Ләйсән Хәниф ҡыҙы лицей хеҙмәткәре булһа, олатаһы – Рәзиф Риф улы, “Башнефт”тә электромонтер. Морат иртүк йоҡонан тороп, өләсәһе менән һыйырҙарҙы көтөүгә ҡыуа. Яңы айыртылған ҡаймаҡты ҡабарып бешкән икмәккә яғып тәмләп сәй эскәндән һуң олатайына ярҙамлаша.

Иң яратҡан шөғөлдәренең береһе – балыҡ тотоу. Әйткәндәй, ғаиләләре менән оҫта балыҡсы улар. Морат та ҡармаҡ төрҙәрен, балыҡты нисек тотоу тураһында бик оҙаҡ яратып һөйләй. Әсәһе, атаһы менән төрлө ергә сәйәхәткә сығалар, йорт эштәрен бергәләп башҡаралар. Әлеге фотола күреүегеҙсә, өләсәһе һәм Альбина инәһе менән Илеш районы Ашман ауылындағы "Һалҡын шишмә"гә барып, шифалы һыуын да эсеп ҡайтҡандар.

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА.
Илеш районы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас