

Камиләгә “Йәншишмә”нең календарын бүләк иттек.
– Тәүҙә Гүзәл апайым минең турала гәзиттә яҙып сыҡты, шунан үҙем дә ҡыҙыҡһынып, редакцияға хәбәрҙәр ебәрә башланым, – ти әсәй кеше.
Эйе, Благовар районы Ямаҡай мәктәбенән шәп башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Розаның әсәһе Мәрзиә Батыраеваның балаларҙы гәзит менән дуҫлаштырыуын, редакция менән даими бәйләнештә булыуын яҡшы хәтерләйбеҙ. Бына хәҙер уның ейәнсәре менән танышабыҙ.
Ул Дим биҫтәһендәге «СМАРТ» 2-се республика күп йүнәлешле полилингваль гимназияһында уҡый. Быйыл III синыфҡа барасаҡ. “Дүртле”, “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. “Йәйғор” балалар ижады үҙәгендәге бейеү студияһында шөғөлләнә. Коллективтары менән төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып торалар. Күптән түгел Екатеринбургта уҙған халыҡ-ара бәйгенән III урын алып ҡайтҡандар.
Камилә Усманова пластилиндан төрлө фигуралар әүәләргә, һүрәт төшөрөргә лә оҫта. Бынан тыш, биҙәүестәр, яҡындарына төрлө байрамдарға үҙ ҡулдары менән бүләктәр эшләргә ярата.
Быйылғы йәйге каникулының күп өлөшөн Тимерхан ҡустыһы, ике туған апайҙары Зөлхизә, Гөлнәзирә менән ауылда өләсәләрендә үткәргәндәр. Төрлө еләк-емеш йыйышып, үҙҙәренә лә етерлек ҡайнатмалар әҙерләгәндәр. Алманан ҡаҡ эшләргә өйрәнгәндәр. Шулай уҡ матур тәбиғәтле Ғафури районы Толпар ауылында ла туғандарына ҡунаҡҡа барыу, Еҙем йылғаһы буйлап сапта ағыу бик оҡшаған Камиләгә.
– Бик отҡор, тырыш ҡыҙ ул. Ярҙам итергә атлығып тора. Ҡыҫтыбый ярата, ҡамырын үҙе баҫа, бешерешә. Салаттар ҙа эшләй. Быйыл туҡмас киҫергә лә өйрәнде әле. Тимерхан иһә олатаһы янынан китмәй. Шулай эшкә өйрәнеп үҫһендәр, тибеҙ. Ҡош-ҡортон да ҡарашалар, һарыҡ бәрәстәрен үҙҙәре имеҙлек менән һөт эсереп үҫтерҙеләр. Хәҙер улары арттарынан эйәреп кенә йөрөй. Уҡыу башланғас, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҡайтып киткәс, күңелһеҙ булып ҡалыр инде, – ти Мәрзиә апай.
1 сентябргә һынаулы ғына көндәр ҡалды шул. Кескәйҙәргә тырышып уҡыуҙарын, һәләттәрен үҫтереүҙәрен, яңы һөнәрҙәр үҙләштереүҙәрен теләйбеҙ.