

Айсулпан ТОҠОМБӘТОВА, Ейәнсура районы Сәғит ауылы:
– Каникулда булһаҡ та, иптәш ҡыҙҙар менән төрлө сараларҙа ҡатнашып торҙоҡ. Район һабантуйында тирмә алдында ҡунаҡтарҙы бейеп ҡаршы алдыҡ. Ә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында әхирәттәрем Гөлдәриә Ҡыуатова, Нурания Сәлихова, Йәмилә Бикбова менән концертта ҡатнаштыҡ.
Конкурстарға ла йөрөнөм: Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғфирә Ғәлиева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сөләймән Абдуллин, Рәсәйҙен һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәжметдин Хәсәнов исеменә уҙғарылған бәйгелә оҙон көй башҡарып, III урынға лайыҡ булдым.
Әлбиттә, өйҙә лә әсәйемә ярҙам иттем. Эҫе көндәрҙә иһә ҡыҙҙар менән Ҡаҫмартта һыу индек.
Рания ФАЗЛЕТДИНОВА, Өфө ҡалаһы:
– Мәктәп баҡсаһында эште тамамлағас, атайымдың тыуған яғы – Белорет районы Арышпар ауылына барып килдек. Унда өмә уҙғарылды. Ике туғандар менән күрештек, тәбиғәт ҡосағында йөрөнөк.
Көндәрҙең иң эҫе мәлендә Татарстанға сәйәхәт ҡылдыҡ. Ҡазан, Лаиш ҡалаларында булдыҡ, Казанка, Кама йылғаларында һыу индек. Беҙ шулай төрлө ерҙәр менән танышырға яратабыҙ. Һуңынан әсәйем яғынан өләсәйем менән олатайымда – Учалы районы Ташҡыя ауылында ял иттем. Ҡала ҡыҙы булған әхирәтемде лә алғайным, эй оҡшаны уға ауылда! Урал йылғаһында һыу индек, уйнаныҡ, күрше Мәҫкәү ауылына Шәжәрә байрамына барҙыҡ.
Ял һайын тиерлек ҡала эргәһендәге баҡсабыҙға йөрөнөк – әсәйем төрлө йәшелсә сәскәйне, ағайым менән уларҙы тәрбиәләргә ярҙам иттек. Өфө эргәһендәге йәйге лагерҙа ла ял иттем. Йәйем шулай бик күңелле үтте.
Гөлзифа МӨХӘМӘҘИЕВА, Учалы районы Мәҫкәү ауылы:
– Каникул бик матур башланып китте. Балаларҙы яҡлау көнөндә Сулпан һәм Зөлхизә апайҙар спорт майҙансығында ҡыҙыҡлы ярыш үткәрҙе. Һәр беребеҙ тәмлекәстәр алып ҡыуандыҡ.
Әсәйемә баҡсала ярҙам иттем: йәшелсәгә һыу һиптем, үлән утаным, ҡош-ҡортто ҡараным. Йәй – бигерәк йәмле ваҡыт! Уйнарға ла, емеш-еләккә йөрөргә лә, һыу инергә лә, балыҡ тоторға ла өлгөрҙөк. Ҡалаға барып, каруселдәрҙә лә йөрөп ҡайттыҡ.
Быйыл йәй эҫе лә, ямғырлы ла. Йонсоу көндәрҙә яратҡан китаптарымды уҡып өйҙә генә ултырҙым.
Карина АКАТЬЕВА, Дүртөйлө районы Семилетка ауылы:
– Йәй – иң яратҡан миҙгелем. Ял итеп кенә ҡалманым, әсәйемә баҡсала ла ярҙам иттем. Әле уңыш йыйғансы һәр иртәбеҙ түтәлдәрҙе ҡарап сығыуҙан башлана ине. Әсәйем йәшелсәләрҙе дөрөҫ тәрбиәләргә өйрәтте. Минең төп бурысым уларға һыу ҡойоу булды. Ҡоро ерҙең йәнләнеп китеүен күреүе бик күңелле! Шулай уҡ сүп үләндәре менән көрәштек.
Иң рәхәт эш уңыш йыйыу икән. Тәмле еләкте, ҡытырлаҡ ҡыярҙы һәм һутлы томатты йыйыуы күңелле. Йәшелсәнән әсәйем турама яһап ашатты. Баҡса эше бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды. Ул мине кеше хеҙмәтен баһаларға өйрәтте.
Рамаҙан СЫҢҒЫҘОВ, Белорет ҡалаһы:
– Ғаиләбеҙ менән беренсе тапҡыр Ырымбур өлкәһендәге Тоҙло Илек ҡалаһында ял иттек. Унда күлдәр күп. Барлыҡ күлдәрендә лә һыу индек, Развал исемлеһе иң тоҙлоһо булды. Шулай уҡ төрлө һыу аттракциондарында йөрөнөк.
Учалы районы Ишмәкәй ауылындағы олатайым менән өләсәйемдә, Баймаҡ районы Ҡолсора ауылындағы өләсәйемдә булдыҡ, бергәләп еләк йыйҙыҡ.
Фатима АҠЪЮЛОВА, Өфө ҡалаһы:
– Ейәнсура районының Сөләймән ауылы эргәһендә урынлашҡан «Ал елкән» һауыҡтырыу лагерында миңә ныҡ оҡшай. Дүртенсе йыл рәттән барҙым. Уны Алабайтал тип тә йөрөтәләр. Эргәнән генә Оло Һүрәм йылғаһы аға. Көндөң бер сәғәте лә бушҡа үтмәне унда, төрлө-төрлө саралар ойошторолдо. Йырланыҡ, бейенек, үҙебеҙ спектакль дә ҡуйҙыҡ. Бассейнда һыу индек, тәбиғәткә сыҡтыҡ. Бик күп әхирәттәр таптым. «Ал елкән» атайымдың тыуған яғында урынлашыуы менән дә миңә ныҡ яҡын.
Гөлсөм ҒӘЛИНА, Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы:
– Ял әүҙем үтте. Паркта йөрөнөк, ихатала бассейнда йөҙҙөк. Туғандарым менән еләккә сыҡтыҡ. Ҡырҙан файҙалы үләндәр йыйып алып киптерҙек. Өләсәйгә ярҙам иттек – бәпкә ҡараштыҡ.
Рәхимйән ҒӘЛИУЛЛИН, Белорет районы Шығай ауылы:
– Каникулым баш ҡалабыҙ Өфөлә башланып китте – ағайымдар менән сәйәхәттә йөрөп килдек. Иван Якутов паркында ял иттек. Иң оҡшағаны картинг булды. Ғөмүмән, Өфө – бик матур ҡала!
Тимур ШӘРИПОВ, Нуриман районы Иҫке Исай ауылы:
– Июндә Мәләүез районындағы «Йәшел имәндәр» лагерында ял итеп ҡайттым. Бик күңелле булды, яңы дуҫтар таптым.
Ғаиләбеҙ менән еләккә сыҡтыҡ, атай-әсәйемә миндек бәйләштек, мәтрүшкә һәм башҡа дарыу үләндәре йыйҙыҡ. Эх, шундай рәхәт бит ул йәйге урманда!
Ҡустым Радмир менән йорт эштәрендә лә ярҙам иттек, баҡсаны ҡый үләндәренән таҙарттыҡ. Буш ваҡытта балыҡ ҡармаҡларға, ауыл клубында ойошторолған сараларға барырға ла ваҡыт таба инек. Ә Риф ағайым Тольяттиҙа туғандарыбыҙҙа ял итте.