

Быйыл да йәйге ялым шунда башланды. Саф һауала уйнау менән бергә өләсәйемә лә ярҙам иттек: иҙән, һауыт-һаба йыуҙыҡ, баҡса ҡараштыҡ, себештәрҙе ашаттыҡ.
Ә иң иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәр – ул сәйәхәт. Эльмира апайым менән Руслан ағайыма эйәреп Екатеринбург ҡалаһына барҙым. Өс көн эсендә күп ҡыҙыҡлы ерҙәрҙә булдыҡ. Зоопаркта, океанариумда, Шарташ күлендә, Баден-Баден термаль ятҡылыҡтарында, төрлө аттракциондар, кафеларҙа йөрөнөк. Бигерәк тә, океанариум оҡшаны. Делфиндарға ҡарап шаҡ ҡаттым! Ниндәй аҡыллылар, һоҡланғыстар! Киләсәктә ошо ҡалаға уҡырға килеп, делфиндар менән эшләйәсәкмен, тип үҙемә маҡсат ҡуйҙым.
Минең менән бергә булып, йәйге ялымды файҙалы, күңелле, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә булышлыҡ иткән туғандарыма рәхмәтлемен.
Асия БАЯЗИТОВА.
Белорет ҡалаһы,
17-се гимназия.