+17 °С
Ясна
VKOKМакс
Йәйге ял
2 Сентябрь , 07:08

Трактор йөрөтөргә өйрәндем

Йәй – үҙе бәләкәй генә бер ғүмер, ти өлкәндәр. Тап ошо миҙгелдә беҙ яңы уҡыу йылына бер ҡарышҡа үҫеп, белем тауҙарына үрләргә көс-дәрт йыябыҙ.

Трактор йөрөтөргә өйрәндемТрактор йөрөтөргә өйрәндем
Трактор йөрөтөргә өйрәндем

Быйылғы каникулым да файҙалы, күңелле, мауыҡтырғыс үтте, тип әйтә алам. Еҙем йылғаһында, Ырымбур өлкәһендәге Тоҙло Илеккә бер нисә көнгә барып тоҙло күлдәрҙә һыу индек. Велосипедта көн дә йөрөнөм.

Ә бер көндө ике тәгәрмәсле тимер атымды дүрт тәгәрмәслеһенә алмаштырҙым. Атайым “Уралец” тигән бәләкәй тракторҙа йөрөргә өйрәтте. Тауышы көслө, ултырған ваҡытта һелкеткән был техникала йөрөүе ҡыҙыҡ та, ауыр ҙа. Олатай-өләсәйемдең ишек алдында ғына бер нисә тапҡыр әйләнгәнсе йөрәк дөпөлдәй, ҡулдар ҡалтырай. Әммә үҙеңде күктең етенсе ҡатында итеп тояһың.

“Руль артына ултырғас, һин үҙеңә генә түгел, ә йәйәүлеләр, башҡа техника менән йөрөүселәр өсөн дә яуаплыһың. Һиҙгерлекте бер секундҡа ла юғалтмау – иң мөһиме. Йәнә уны тойорға, тауышына һәр ваҡыт иғтибар итергә кәрәк. Ҙурайғас, тимер атта йөрөр өсөн хәҙерҙән юл ҡағиҙәләрен өйрәнә башларһың”, – ти атайым.

Алтынай УРМАНШИНА,

йәш хәбәрсе.

Өфө ҡалаһы,

Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһы.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас