+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы фильм
1 Октябрь 2019, 18:19

«Һеңлекәш»те күрһәтеү дауам итәсәк

Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш»фильмына, уның менән бер көндә прокатҡа сыҡҡан Голливуд фильмдары менән сағыштырғанда, халыҡтың күберәк йөрөгәне асыҡланған.

Ысынлап та, был хәрби драманы күптәр ҡарарға тырыша. Уҡыусылар синыфтары менән бара. Тәүҙә «Һеңлекәш» 2 октябргә тиклем генә күрһәтеләсәк, тиҙәр ине. Кино һөйөүселәр араһында ихтыяж ҙур булғас, прокатты дауам итергә уйлайҙар. Был турала «Родина» кинотеатрында белдергәндәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңы фильмдың прокаты менән Yalt Disney шөғөлләнә.
Читайте нас: