Картина республикабыҙҙың матур тәбиғәтле Белорет яҡтарында – Инйәр йылғаһы буйында, Яңы Хәсән ауылында төшөрөлгән. Мәскәүҙә һәм Өфөлә премьералары булғансы уҡ бер нисә кинофестивалдә күрһәтелде. Конкурстарҙа ҡатнашып, диплом алып өлгөрҙө. «Артек»тың ал елкәндәре» халыҡ-ара балалар кинофестиваленең «Иң изгелекле фильм» номинацияһында приз алды, «Евразия күпере» халыҡ-ара фестивалендә Гран-при һәм «Тамашасы һөйөүе» призын яуланы.
Картина тәүге кадрҙарынан уҡ ауыр һуғыш йылдарына алып китә. Киноны тыныс ҡына ҡарап ултырыу мөмкин түгел, геройҙар менән бергә үҙеңде лә шул осорҙа йәшәгәндәй хис итәһең, улар менән бергә ҡайғыраһың, күҙ йәштәре аша ҡыуанаһың. Теге еңеү тураһындағы урыҫса йырҙағыса. Бына, мәҫәлән, ауылға еңеү тураһында шатлыҡлы хәбәр килде, ә кемдеңдер атаһы бер ҡасан да ҡайтмаясаҡ, ул һуғышта батырҙарса һәләк булған... Ошондай күңелде әрнетерлек мәлдәрҙе балаларҙың үҙ йөрәктәре аша үткәреп еткерә белеүе! Баҡһаң, Йәмилдең дә атаһы яуҙа ятып ҡалған икән, тик әсәһе улын ҡайғыртмайым тип, был яман хәбәрҙе әйтмәй йөрөгән. Еңеү көнөндә ошо ҡайғылы хәбәрҙе бер малайҙан ишетһен әле...
Төп ролде башҡарыусы Арыҫлан Ҡырымсурин фильмдағы геройы – Йәмиле менән һәр кемде әсир итә. Әйтерһең дә, ул Йәмилдең үҙе инде. Шундай уйсан, аҡыллы ҡарашлы, үҙ тиҫтерҙәренән өлкәнерәк күренеүе, матур, мәғәнәле итеп һөйләүе. Юҡ, авторҙың, Мостай Кәримдең, бала сағы бит был?! Етмәһә, фильмда уны малайҙар Кендек тип атай.
– Был ролде башҡарыусыны бик оҙаҡ, ентекләп һайланылар. Улыбыҙ кастингтың бер нисә этабын үтте. Шунан, Арыҫланды һайланыҡ, тип шылтыраттылар. Ул холҡо, үҙ-үҙен нисек тотоуы менән, ысынлап та, геройына – Йәмилгә бик оҡшаған, – ти әсәһе Гүзәл Ҡырымсурина.
Оксана ролен башҡарған Мәскәү ҡыҙы Марта Тимофеева тәжрибәле актёр инде, 40-лаған фильмда уйнаған. Шундай һөйкөмлө ҡыҙыҡай. Ә бына Арыҫлан быйыл саҡ Дим биҫтәһендәге 162-се полилингваль лицейҙың I синыфына уҡырға барған. «Һеңлекәш» төшөрөлә башлағанда уға 6 йәш тә тулмаған булған, тыуған көнөн кино төшөрөү майҙансығында күмәкләп билдәләгәндәр. Булыр бала – бишектән, тигәндәй, Арыҫлан 6 айлыҡ сағында уҡ «р» өнөн әйткән, бер йәшендә һөйләшкән. Дүрт кенә йәшендә «Иләү» радиотапшырыуына барып, йырлап та, шиғыр ҙа һөйләп, хатта сүрә ятлап күрһәтеп, тыңлаусыларҙы таң ҡалдырғанын иҫләйһегеҙҙер әле. Аҙаҡ «Сәңгелдәк»те лә алып барҙы. «Һаумы, һаумы, әкиәт!», «Сулпылар» телевизион йыр конкурсында ла иң-иңе икәнлеген иҫбатлап өлгөрҙө. Хатта Радик Юлъяҡшиндың концертында йырсы янына сығып, «Ғүмерҙәр үтә икән ул» тигән йырын башҡарып, алҡыштарға күмелде. Бейей, ҡумыҙҙа ла уйнай. I синыфҡа, уҡый-яҙа белеүҙән тыш, ҡабатлау таблицаһын да ятлап барған. Бында улар менән бергә йәшәгән өләсәһе, 30 йылдан ашыу тәрбиәсе булып эшләгән Фәниә Заһир ҡыҙының да хеҙмәте бар.
Хәҙер Арыҫлан танылып та өлгөргәс, үҙен төрлө телеканалдарға интервью алырға ла саҡыралар.
– Ҙурайғас, актёр һәм режиссёр булырға хыялланам, – ти ул.
Арыҫлан – тырыш, ныҡышмал малай. Һис шикһеҙ, хыялына ирешер, тип ышанабыҙ. Актёрлыҡ һәләте тыумыштан бирелгәндер уға. Әйткәндәй, Арыҫлан үҙе лә «Һеңлекәш»те тыныс ҡына ҡарай алмай икән. Фестивалдәрҙе иҫәпкә алғанда, был фильмды бөтәһе 5 – 6 тапҡыр ҡарағандыр. Ә Оксана-Марта менән бик ныҡ дуҫлашҡандар, бер-береһен бер туғандай күрәләр хәҙер, хас та кинолағы кеүек. Гел яҙышып, һөйләшеп торалар. Фильм төшөрөлгән арала Арыҫландың Алтынай исемле һеңлеһе тыуған. Шулай итеп, ике ҡыҙ туғаны бар әле уның. Марта – бик ихлас, яғымлы ҡыҙыҡай. Малайҙың ғаиләһе уға башҡортса һүҙҙәрҙе өйрәнгәндә, һөйләмдәрҙе дөрөҫ итеп әйтергә лә ярҙам иткән. Эйе, фильмда Оксана башҡортса ла һөйләшә бит. Бынан тыш, картина барышында геройҙар урыҫ, украин, немец телдәрендә лә аралаша. Фильм башҡортса, кадр артында урыҫсаға тәржемә яңғырай. Әйтергә кәрәк, Айҙар Аҡманов сценарийға «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесында булмаған ваҡиғаларҙы ла өҫтәп ебәргән. Күптәрҙе Йәмилдең Оксанаға ҡарағанда буйға бәләкәйерәк булыуы бер аҙ аптыраталыр. Кастинг һөҙөмтәләре буйынса Арыҫлан менән Марта еңгән шул, был ролдәргә иң тап килгән бәләкәй актёрҙар нәҡ ошо икәү булып сыҡҡан. Һәм улар фильмды төшөрөүсе команданың ышанысын тулыһынса аҡланы. Бик килештереп уйнанылар!
«Һеңлекәш» яңы ғына прокатҡа сыҡты. Уны күрһәтеү менән «Уолт Дисней» шөғөлләнәсәк. Әлбиттә, иң төпкөл ауылдарға ла барып етеүен теләйбеҙ. Әлегә уны 20 октябрҙә Рәсәй «Мәҙәниәт каналы»нан күрһәтәсәктәр. Ә 24 октябрҙә «Рәсәй I» телеканалында Мостай Кәрим тураһындағы документаль фильмда Арыҫлан шағирҙың бала сағын һынландырасаҡ.
«Һеңлекәш» – һоҡланғыс фильм, дуҫтар. Кинотеатрҙарҙа күрһәтелә. Тиҙерәк барып ҡарай һалығыҙ.