Әле республика райондарында барған был мажаралы фильмды уҡыусылар яратып ҡарай. Балаларға ғына түгел, оло йәштәгеләр өсөн дә ҡыҙыҡ ул. Күҙ йәштәрен тыя алмай ҡараған урындары ла бар. Әлбиттә, фильм тәрбиәүи яҡтан да әһәмиәтле.
Режиссёрҙар Айнур Асҡаров менән Вилүрә Иҫәндәүләтова төп ролдәргә бәләкәй актёрҙарҙы һайлап алыу өсөн 500 самаһы малай араһында кастинг үткәрә. Бына, ниһайәт, «Өс таған»дың төп геройҙары: Айҙар (Руслан Ҡадаев), Вәзир (Арыҫлан Ғәлиев), Ғабдулла (Илдар Бикҡолов) һәм Яҡуп (Ильяс Кинйәбулатов) һайлап алына. Бөркөтлө ауылы малайҙары Кирәмәт тауы башындағы күлде табып, унда балыҡ үрсетеү һәм шул рәүешле тауҙы ҡотҡарып ҡалыу өсөн «Өс таған» отрядын ойоштора. Бейек тауға менеүе бик ауыр, ә отряд ағзаларының дуҫлығы бына ошонда төрлө һынауҙарға дусар була... Әммә бирешеп ҡалмай улар.
Әйҙәгеҙ, йәш актёрҙарҙың үҙҙәре менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.
Арыҫлан Ғәлиев (Вәзир) – Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының IX «Б» синыфы уҡыусыһы. Ғаиләләрендә өс бала тәрбиәләнә. Арыҫландың Гүзәл апаһы һәм Урал ҡустыһы бар. Атаһы Илһам Басир улы – төҙөүсе, әсәһе Эльмира Әлфәт ҡыҙы тәрбиәсе булып эшләй.
– Әсәйем интернет селтәрендә белдереү күреп ҡалған. «Өс таған» фильмы төшөрөү өсөн 12 йәшлек башҡорт булған, тулы кәүҙәле, һыуҙа оҫта йөҙә белгән үҫмерҙе кастингҡа саҡырыуҙары хаҡында яҙылған икән. Ул мине: «Арыҫлан, был бит һинең ролең. Бөтәһе лә тура килә. Әйҙә, барайыҡ, төшөп ҡара», – тип өгөтләй башланы. Мин бик оялсанмын, шулай ҙа тиҙ генә үҙемде видеоға төшөртөп, режиссёр Айнур ағай Асҡаровҡа ебәрҙем. Күп тә үтмәй, ыңғай яуап килде. Иртәгеһенә үк киностудияға килергә ҡушҡандар. Сөнки фильмда уйнаясаҡ өс малайҙы һайлап алғандар, Вәзир роленә генә кеше таба алмайҙар икән. Шуға үҙемә айырым кастинг үтергә тура килде. Мине уйнаясаҡ геройымдың образына тап киләһең, тинеләр. Әгәр әсәйем ныҡлап өгөтләмәһә, дәртләндермәһә, икенсе кешене алырҙар ине. Алай ҙа барғанмын. Киноға төшөү бик оҡшаны. Әлбиттә, эҫе көндәрҙә ҡыҙған тау-таш араһында эшләүе еңел булманы. Әммә бирешмәнек, барыбыҙ ҙа тырыштыҡ.
– Тыуған көнөмдө үткәреү ныҡ иҫтә ҡалды. Бик матур итеп, торт һәм башҡа тәмлекәстәр менән сәй табыны әҙерләнеләр. Барыһы ла ихлас ҡотланы. Ошо йыйылған коллективҡа шул тиклем эҫенеп киттем. Аҙаҡ ҡайтҡас та шундағы йылы мөхит тулҡынында йөҙҙөм. Уларҙан айырылыу ныҡ ҡыйын, күңелһеҙ булды. Саҡ өйрәнеп киттем өйҙәгеләргә. Кәйефем булмай оҙаҡ йөрөнөм...
– Эйе. Футбол уйнарға, төрлө фильмдар ҡарарға һәм йыр-моң тыңларға әүәҫмен. Киләсәктә музыка өлкәһендә эшләргә уйлайым.
– Ильяс, кастингты үтеүе ауыр булдымы?
– Май айында «Сулпан» балалар театрында уҙҙы был һынау. Апайым алып барҙы. Малайҙар бик күп йыйылғайны. Кастинг директоры Вилүрә апай Иҫәндәүләтова оҡшаны. Ул бик матур итеп һөйләшә лә, шул уҡ ваҡытта талапсан да ине. Сәхнәлә төрлө һорауҙарға яуап бирҙек. Һәләттәребеҙҙе күрһәттек. Был һынауҙы уңышлы үттем.
Ә фильмға төшкәндә еңел булды, тип әйтмәйем. Әлбиттә, тырыштым һәм геройымды килештереп уйнаным, тип уйлайым. Беләһегеҙме, фильмдағы кәмәлә йөҙөү, ҡаяла эленеп тороу, яраланып ҡайтыуым, әсәйемдең мал көтөүсеһе Хәмзәне саҡырып, мине тикшереүҙәре тураһында төшөрөлгән өҙөктәр нығыраҡ оҡшаны. Их, һағынам ошо фильмға төшкән мәлдәремде!.. «Өс таған»дағы команда һәйбәт ине. Айнур ағай Асҡаров – ихлас кеше. Ҙур рәхмәт уларға.
– Юҡ, сөнки Дамир ағай Йосопов беҙҙең менән бергә эшләне, ярҙам итте. Ул тексты көн һайын ятлатып, тикшереп торҙо.
– Тәүге эш хаҡына нимә алдың?
– Бөтәһе лә ғаилә өсөн тотонолдо. Үҙемә – телефон, ҡалғанына аҡса ҡушып, өйгә телевизор алдыҡ.
– Ҡалай шәп бүләк эшләгәнһең, маладис! Ә мәктәптә нисек уҡыйһың?
– «Дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшәм, төрлө олимпиадаларҙа үҙемде һынап ҡарайым. Бына ете йыл инде ҡурай түңәрәгенә йөрөйөм. Күп көйҙәрҙе уйнай алам. Ҡурай бәйгеләрендә ҡатнашам. Буш ваҡыттарымда волейбол һәм шахмат уйнайым. Тағы ла йүгерергә яратам. Спорт менән дуҫ булырға кәрәк бит.
Киләсәктә халҡым өсөн тырышып эшләргә, яҡшы һәм кәрәкле кеше булырға, тип хыялланам. Бының өсөн күберәк белергә һәм тырышып уҡырға кәрәк.
Булыр бала – бишектән, тигәндәй, булдырыр ул Ильяс. Ғаиләләре менән тәбиғәттә ял итергә яраталар. Берҙәмдәр, татыуҙар. Ильястың Уралиә апаһы һәм Әмилә һеңлеһе бар. Атаһы Самат Салауат улы менән әсәһе Зөһрә Таһир ҡыҙы – икеһе лә уҡытыусылар, балаларға белем бирәләр.
Руслан Ҡадаев (Айҙар) Сибайҙағы 14-се мәктәптең IX синыф уҡыусыһы:
– Мин футбол уйнап арып ҡайтҡайным, өләсәйем: «Фильмда ҡатнашыр өсөн «Сулпан» театрында балалар араһында кастинг була», – тигәс, аптырап киттем. Иртәгеһенә барһаҡ, балалар бик күп йыйылғанын күреп, бер аҙ ҡаушап ҡалдым. Шунда тәүге тапҡыр Ильясты осраттым. Сәхнәлә һынау үттек тә ҡайтып киттек. Ике көндән шылтыратып: «Өфөгә икенсе турға һынауға килеп етергә», – тинеләр. Әлбиттә, мин ныҡ ҡыуандым. Ә икенсе турҙа унлап кеше ҡатнаштыҡ. Шулар араһында тағы ла һынауҙы уңышлы үтеүем ҙур шатлыҡ ине. Киностудияла Айнур ағай һәм Алина апай менән яҡшылап танышып, киноға төшөү хаҡында ентекләп һораштым.
– Фильмда Айҙар роле оҡшанымы?
– Әлбиттә, уйнаған ролем хәс тә үҙем ул. Мин дә шулаймын бит. Ныҡ яратып уйнаным. Башта беренсе көн ауыр һымаҡ тойолһа ла, аҙаҡ өйрәнеп киттек. Сөнки «Өс таған» фильмын төшөргән командала бик берҙәм һәм яҡшы апай-ағайҙар йыйылған ине. Ниндәй генә төшөнмәгән ерендә ярҙам һорамайыҡ, гел аңлатып, өйрәтеп торҙолар.
– Руслан, һин бик ҡыйыу һәм килештереп уйнаның...
– Рәхмәт. Тырыштым инде. Башта ҡаушаһам да, аҙаҡ йәһәт кенә төшөнөп алдым. Миндә ныҡышмалылыҡ бар. Футбол уйнарға, тимераяҡта шыуырға яратам. Әсәйем Себерҙә эшләгәс, өләсәйем менән икәүләп донъя көтәбеҙ. Ҡайһы ваҡыт үҙемә яуаплылыҡ алып, мөһим эштәрҙе башҡарырға тура килә.
– Кем булырға хыялланаһың?
– Яҡшы һорау. Әлбиттә, режиссёр йә кино актёры булыр инем. Ошо фильмда уйнағандан һуң хыялым гел кино хаҡында. Быға тиклем булғандары бөтөнләй үҙгәреп китте.
Ә бына ҡурҡыу белмәҫ Ғабдулла ролен Илдар Бикҡолов уйнаны. Үҙе сығышы менән Баймаҡ егете булһа ла, Өфөләге республика инженер лицей-интернатында белем ала. Ул – IX синыф уҡыусыһы. Ғаиләләре Михайловкала йәшәй. Атаһы Рифат Зариф улы етәксе вазифаһында булһа, әсәһе Гөлфиә Таңғатар ҡыҙы шәфҡәт туташы булып эшләй.
– Илдар, һинең «Өс таған»ға эләгеү тарихы нисегерәк булды?
– Баймаҡҡа каникулға ҡайтҡайным. Рәхәтләнеп ял итеп йөрөйөм. Өләсәйем белдереүҙе күреп ҡалған да, әйҙә, киттек Сибайға, тип тәҡдим итте.
Миңә кастингта ике малайҙың һуғышҡанын һәм көйәрмән малайҙың уйынды ҡарап торған мәлен күрһәтергә ине...
Уйнаған Ғабдулла роле минең характерыма тура килә, тип уйлайым. Ә былай ролемә инеп китеүе ҡыйын булманы ул. Сөнки унда йыйылған команда бар яҡтан да ярҙам итеп кенә торҙо. Ошо фильмда ҡатнашыуыма ҡыуанам. Киләсәктә кем булырымды икеләнмәйенсә әйтә алам. Лицейҙы тамамлағас, Мәскәүгә актёрлыҡҡа уҡырға барырға уйлайым.
– Фильмда уйнаған егеттәр менән бәйләнеш тотаһыңмы?
– Эйе, беҙҙе ныҡ дуҫлаштырҙы «Өс таған». Телефондан, социаль селтәрҙәр аша хәлдәребеҙҙе белешеп торабыҙ.
«Өс таған» фильмында сағыу тауышлы Гөлнур тигән ҡыҙ бар. Был ролдәге Әминә Яҡупова – Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының VI «Б» синыфы уҡыусыһы. Әйҙәгеҙ, тәүҙә уның әсәһе менән һөйләшеп алайыҡ.
– Ҡыҙым беренсе кастингка барманы, сөнки ҡалала үҫкән Әминә ауыл балаһы ролен уйнай алмаҫ, тип уйланыҡ. Уның өсөн хәл иттек тә ҡуйҙыҡ. Ярай әле икенсе кастингҡа барҙы. Һуңынан, кино төшөрөп бөткәс, Айнур Асҡаровтың: «Атай-әсәйҙәр, бер ваҡытта ла бала өсөн уйламағыҙ», – тигәне хәтерҙә ҡалды.
Ауылда ялда инек, ҡыҙыҡ күреп фото, видеоларҙы режиссёрға ебәрҙек. Икенсе кастинг Өфөлә булды, унда Әминә малайҙар менән танышты. Айнур Юлай улының талаптарын үтәне, йырлап-бейеп күрһәтте.
Баланы бер айға Ғафури районының Толпар ауылына ҡалдырып киттек. Рәссам ярҙамсыһы Алһыу, актриса Зиләрә апайҙар әсәй урынына булды инде, уларға рәхмәт. Йәмлиха апайҙың Гөлнур ролендә уйнаған ҡыҙға теккән ҡыҙыл күлдәге бәләкәйерәк булып сыҡты. Әммә ижади төркөм нисек бар, шулай ҡалдырырға хәл итте. Ҡыйыу Ғабдулла Гөлнурҙы үгеҙҙән ҡотҡарған эпизодта Әминә иларға тейеш ине. Һөйләүҙәренсә, ҡыҙымды илатып булмаған. Ә кинола беҙ оҫта гример Ләйсән апай төшөргән күҙ йәштәрен күрҙек. Ҡайһы бер өҙөктәр ныҡ һыуыҡта төшөрөлдө, балалар бында ла һынатманы. Гөлнур роле үҙе үк бала күңелендә ҡыҙыҡлы ваҡиға, күңелле бала саҡ хәтирәһе булып ҡалыр, тип уйлайым.
– Әминә, һин ҙурайғас, ниндәй һөнәр һайлар инең? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Табип булғым килә. Шулай уҡ тасуири итеп шиғырҙар һөйләргә яратам. «Тамыр» телеканалының тапшырыуҙарында ҡатнашам. Фортепиано, рәсем, шашка түңәрәктәренә һәм бассейнға йөрөйөм. Ваҡыт тығыҙыраҡ булһа ла, барыһына ла өлгөрөргә тырышам. Өйҙә илһамланып һүрәт төшөрәм. Интернеттан төрлө рецептар табып, тәмлекәстәр бешерәм. Үҙемдең генә вафельницам бар. Тағы ла яратҡан Ҡояшҡай исемле бесәйебеҙ менән уйнарға әүәҫмен. Сәлимә апайым менән икәүләп тәрбиәләйбеҙ уны.
Бар яҡтан да өлгөр Әминә мәктәптә «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә тырышып уҡый. Уның дуҫтары, әхирәттәре лә бик күп. Һәр кем менән тиҙ генә уртаҡ тел таба белә шул үҙе. Маладис!
Әминәнең атаһы Вилорий Альберт улы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа белгес, әсәһе Гөлназ Мозафар ҡыҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләй.
Ғиниәт Хөсәйенов – Баймаҡ районының Йәнйегет ауылы егете. Әле Сибай гимназия-интернатының IX «Б» синыфы уҡыусыһы.
– Ғиниәт, үҙең тураһында һөйлә әле.
– Беҙ ғаиләлә – 3 бала. Венер ағайым Себер тарафтарында эшләй, ә Зәлиә апайым ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Әсәйем Нурсилә Мөхөтдин ҡыҙы үҙ магазинында һатыусы булып эшләй, ә атайым өс йыл элек мәрхүм булып ҡалды.
VI cиныфҡа Сибайға уҡырға барҙым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен ныҡ яратам. Уҡытыусым Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова дәрестәрен бик матур һәм йөкмәткеле үткәрә. Төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам. Гимназияға килгәндән алып бейеү түңәрәгенә йөрөйөм. Гитарала уйнайым. Техника һәм бәләкәй саҡтан мотоцикл төрҙәре менән ҡыҙыҡһынам.
– Белдереүҙе ҡайҙан күреп ҡалдың?
– Етенсе синыфты бөтөп, ауылға йәйге каникулға ҡайтҡайным. Йәй уртаһында Зәлиә апайым шылтыратып: «Өфөлә фильмға башҡорт телен яҡшы белгән уҡыусы эҙләйҙәр», – ти. Беҙ оҙаҡ уйлап тормай, баш ҡалаға юлландыҡ.
Айҙарҙы Руслан Ҡадаев уйнаһа ла, тауышы минеке инде.
– Тауышландырыу мәлендә үҙеңдең дә актёр булғың килмәнеме?
– Килде. Әгәр ҙә мөмкинлек сыҡһа, берәй фильмда уйнап ҡарар инем. Ғөмүмән, Айнур ағай менән эшләүе ҡыҙыҡ, оҡшаны. Ул – бик дәртле, күңелле, шаян, ихлас кеше.
– Ильяс, ауыр булманымы тауышландырыу эше?
– Юҡсы. Эшемде ихлас башҡарҙым. Хатта мин дә киноға төшә алам бит, тип бер аҙ үкенеберәк тә ҡуйҙым әле. Сөнки башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Мөхәмәт ҡыҙы Ҡаһарманованың әйткәндәренә ҡолаҡ һалмай, фильмда төшөүҙән тороп ҡалдым. Ул: «Өс таған» фильмына кастингта ҡатнашырға мөмкин», – тип әйткәйне. Мин тыңламаным. Бер йылдан һуң тауышландырыу булыуын ишетеп ҡалған уҡытыусым: «Теге юлы барманың, әле бына үҙеңде һынап ҡара», – тине. Өйҙә әсәй ҙә бик теләгәс, ризалашып: «Әйҙә, ҡыҙыҡ өсөн ҡатнашып ҡарайыҡ», – тинем. Шунан үҙем тураһында һөйләп, видео әҙерләнек. Күп тә тормай беҙгә кинолағы өҙөктө ебәрҙеләр. Икенсе көнөнә тиҙ генә кастингҡа килеп етергә ҡуштылар. Ярай әле атайым йәйге отпускыла ине. Бергәләп, әсәйем, ике ҡустымды алып, Өфөгә юлға сыҡтыҡ. Беҙ барып ингәндә Айнур Асҡаров юҡ ине. Владимир Сухарев ағай минән өҙөк һөйләтеп ҡараны ла: «Шәп тә ул, тауышың фильмда уйнаған малайҙыҡына ныҡ оҡшаған», – тине. Шулай итеп, атай-әсәйҙәр менән өс көн Өфөлә булғандан һуң, тағы бер көнгә ҡалып, тауышты яҙҙырттып бөттөк. Аҙағы бигерәк ҡыуаныслы булды: мин тәүге эш хаҡымды алдым.
– Киләсәктә үҙеңде кем итеп күҙ алдына килтерәһең?
– Афарин, уңыштар һиңә, Ильяс!
«Өс таған» фильмының премьералары ваҡытында йәш актёрҙар күмәкләп райондар, ҡалалар буйлап йөрөгән. Уларҙы режиссёр Айнур Асҡаров үҙе алып бара. Хатта Пермь һәм Мәскәү яҡтарында булалар. Хәҙер үҙҙәрен күптәр танып та тора.
Зөһрә ХӘКИМОВА әңгәмәләште.