Әйткәндәй, билдәле режиссёр Вилүрә Иҫәндәүләтова – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, Рәсәй Кинорежиссёрҙар гильдияһы ағзаһы, «ТЭФИ-төбәк» милли телевизион премияһы лауреаты.
Уның өсөн «Ап-аҡ ҡарҙар» уйын фильмы тәүге ижад емеше булып тора. Быға тиклем Вилүрә Иҫәндәүләтова документаль кино жанрында эшләгән. Режиссёрҙың фильмографияһында 20-нән ашыу фильм иҫәпләнә, күптәре төрлө абруйлы халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулаған.
Был фильмда төп ролдәрҙе Камилә Кәбирова менән Кира Богодухова башҡара.
Уны Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән.
Фильм киске 7-лә башлана, йыйылыу ваҡыты киске сәғәт 6-ға билдәләнгән.
Кинотеатрҙың адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 42. (0+)