Унда Рәми Ғарипов ролен Арыҫлан Ҡырымсурин, Линар Байытов һәм Артур Ҡунаҡбаев башҡара. Сценарий авторҙары - Булат Йосопов һәм Гөлсәсәк Саламатова.
"Шағир көндәлеге" быйыл февралдә үткән "Үҙ юлың" халыҡ-ара кинофестивалендә "Тулы метражлы кино" номинацияһында төп призды алды. Халыҡ-ара эксперттар һәм "Российская газета" редакцияһы "Шағир көндәлеге" фильмын Башҡортостан кинематографияһында асыш, яңылыҡ, тип билдәләгән. Картина Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ҡаҙағстанда күрһәтелгән һәм бик йылы ҡабул ителгән.
Фильмдың башҡортса вариантын 15 мең тирәһе кеше ҡараған.
Фото: vk.com.