Фильмды ҡарарға мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре, Өфө театрҙары актёрҙары, «Мостай Кәрим» круиз лайнерының 70-тән ашыу пассажиры, журналистар һәм блогерҙар килгәйне. Фильм менән режиссёр Айнур Асҡаров етәкселегендәге ижади төркөм таныштырҙы.
Премьера алдынан мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина почётлы наградалар тапшырҙы. Әйтәйек, театр һәм кино рәссамы, «Һеңлекәш» һәм «Ярлыҡау» фильмдарының ҡуйыусы рәссамы, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы Вячеслав Видановҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы» исеме бирелде.
Продюсер Михаил Курбатов «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, яҙыусының ҡыҙы Әлфиә Кәримова Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде.
Әлфиә Мостай ҡыҙы әйтеүенсә, башҡорт һалдаты Йәнтимер Байназаров ролен башҡарған 22 йәшлек актёр Николай Ғәлләмов төҫ-ҡиәфәте менән Мостафа Сафа улын хәтерләтә. Мәскәүҙә йәшәгән актёрҙың тамырҙары, ысынлап та, Башҡортостандан икән. Ул Королёв ҡалаһында тыуһа ла, бала сағы Туймазыла йәшәгән өләсәһендә үткән, ә Мостай Кәримдең әҫәрҙәре менән мәктәптән үк таныш. Был - Николайҙың кинолағы дүртенсе роле.
Ә Йәмилә Мөҙәрисова өсөн Мария Тереза роле — тәүгеһе. Фильмды төшөргән ваҡытта актёр ғаиләһендә тыуып үҫкән Өфө ҡыҙына 15 кенә йәш булған.
Любомир Зух ролен башҡарған 18 йәшлек Александр Новиковтың кинола эшләү тәжрибәһе бар, ул «Пищеблок», «Жиза» сериалдарындағы ролдәре менән билдәле. Фильмды төшөргәндә бөтә команда һәр кадр өсөн янып-көйҙө, шуға күрә процесс ауыр булманы, хатта майҙансыҡтан китәһе килмәне, тине актёр.
«Ярлыҡау» картинаһы 4 майҙа илебеҙҙә киң прокатҡа сыға.
Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru