+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы фильм
23 Август 2023, 15:30

Иғтибар! Балалар хаҡында яңы фильм төшөрөлә!

Ошо аҙнала Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы хеҙмәткәрҙәре яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" повесы буйынса "Беҙҙе ҡалдырма" тулы метражлы нәфис фильм төшөрә башланы.

Иғтибар! Балалар хаҡында яңы фильм төшөрөлә!
Иғтибар! Балалар хаҡында яңы фильм төшөрөлә!

 

Эш мәле Иглин районы Охлебинин ауылында бара. Фильм урыҫ телендә буласаҡ. Сценарий буйынса, төп герой-дуҫтар: урыҫ һәм башҡорт милләтенән. Шуға сиркәүҙә лә, мәсеттә лә эпизодтар төшөрөләсәк. Фильмдың кинорежиссёры – Вилүрә Иҫәндәүләтова. Сценарий авторы – Мәғәфүр Тимербулатов.

Әҫәрҙәге төп герой Ильясты Ғафури районы Толпар ауылынан Ансар Шәйәхмәтов уйнай. "Әҙерлек эше шаҡтай оҙаҡ барҙы, Ильясты уйнарҙай малайҙы ла эҙләү генә ярты йыл самаһы дауам итте. Һөҙөмтәлә Ансарҙа туҡталдыҡ. Үҫмер ҙә киноға төшөү өсөн етди ҡараны, ике ай буйы сәсен киҫтермәне”,– ти Айгиз Баймөхәмәтов.

Ижади төркөмгә уңыштар теләйбеҙ!

Видео: Телеканал "Вся Уфа".

Иғтибар! Балалар хаҡында яңы фильм төшөрөлә!
Иғтибар! Балалар хаҡында яңы фильм төшөрөлә!
Иғтибар! Балалар хаҡында яңы фильм төшөрөлә!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: