+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы фильм
27 Август 2023, 12:00

Ниндәй фильмдарыбыҙ Рәсәй прокатында уңышҡа иреште?

Алдан яҙыуыбыҙса, “Төньяҡ амурҙары” йәнһүрәте 31 августа ил прокатына сығасаҡ. Ошо уңайҙан беҙҙә йә беҙҙең хаҡта төшөрөлөп, бөтә Рәсәй ҡараған таҫмаларға байҡау яһайыҡ.

Ниндәй фильмдарыбыҙ Рәсәй прокатында уңышҡа иреште?
Ниндәй фильмдарыбыҙ Рәсәй прокатында уңышҡа иреште?
  1. “Урам һепереүсе Юра”. Прокатта 52 миллион һум йыйған кино. Ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Ябай урам һепереүсенең нисек билдәле булып китеүе хаҡында һөйләнелә.
  2. “Һеңлекәш”. Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән таҫма 28,2 миллион һум йыйған.
  3. “Өс таған” шулай уҡ Мостай Кәримдең повесына нигеҙләнгән.
  4. “Ярлыҡау”. Йәнә бөйөк Мостай Кәрим әҫәре. Фильмдың режиссеры — Айнур Асҡаров. Прокатта 27,7 миллион һум табыш килтергән.
  5. “Өфөнән һөйөү менән” комедияһы — шулай уҡ Айнур Асҡаровтың режиссерлыҡ эше.
  6. “Йыл ғаиләһе”. Рәхмәтуллиндарҙың Өфөләге мажараһын барығыҙ ҙа яратып ҡарағанһығыҙҙыр.
  7. “Бәхет тауҙар артында түгел” сериалы тулыһынса Белорет районында һәм Өфөлә төшөрөлгән.

Фото: yandex.ru.

Ниндәй фильмдарыбыҙ Рәсәй прокатында уңышҡа иреште?
Ниндәй фильмдарыбыҙ Рәсәй прокатында уңышҡа иреште?
Ниндәй фильмдарыбыҙ Рәсәй прокатында уңышҡа иреште?
Ниндәй фильмдарыбыҙ Рәсәй прокатында уңышҡа иреште?
Ниндәй фильмдарыбыҙ Рәсәй прокатында уңышҡа иреште?
Ниндәй фильмдарыбыҙ Рәсәй прокатында уңышҡа иреште?
Ниндәй фильмдарыбыҙ Рәсәй прокатында уңышҡа иреште?
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: