+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы фильм
29 Август 2023, 16:00

Беҙҙекеләрҙе бел!

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының ижади командаһы "Атайсал. Беҙҙекеләр!” проектын әҙерләне. Башҡорт телен үҫтереү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған медиаконкурста 121 эш ҡатнашты. Һөҙөмтәлә,  7 видеофильм төшөрөлдө.

Беҙҙекеләрҙе бел!
Беҙҙекеләрҙе бел!

Санкт-Петербургта тау училищеһын асҡан меценат Исмәғил Тасимов, күренекле хәрби етәксе, башҡорт старшинаһы Кинйә Арыҫланов, дипломат, Советтар Союзының ғәрәп илдәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов, беренсе профессиональ башҡорт рәссамы, педагог Ҡасим Дәүләткилдиев, БАССР-ҙың билдәле мәғариф министры Фатима Мостафина, беренсе башҡорт осоусыһы, Өфө аэроклубын асыусы Ғәлимйән Ишмырҙин, күренекле яҙыусы, төрки донъяһында роман-трилогия ижад иткән беренсе ҡатын-ҡыҙ Зәйнәб Биишева тураһындағы таҫмалар барығыҙға ла ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыр, тип ышанабыҙ.

30 августа "Родина" кинотеатрына рәхим итегеҙ! Инеү ирекле. 17.00 сәғәттә башлана. (6+)

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: