+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы фильм
26 Сентябрь 2023, 15:40

«Ҡалдырма беҙҙе» фильмын төшөрөү мәле тамамланды

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы хеҙмәткәрҙәре яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" повесы буйынса «Ҡалдырма беҙҙе»  тулы метражлы нәфис  фильмын төшөрөү мәле тамамланды.

«Ҡалдырма беҙҙе»  фильмын төшөрөү мәле тамамланды
«Ҡалдырма беҙҙе» фильмын төшөрөү мәле тамамланды

Алда монтаж һәм тауыш яҙҙырыу эштәре башҡарыласаҡ.

Сценарий авторы  Мәғәфүр Тимербулатов булһа, режиссёры – Вилүрә Иҫәндәүләтова.

Фильм Иглин районындағы балалар йортонда, мәктәптә, сиркәүҙә, йылға буйында һәм Өфө ҡалаһында төшөрөлгән. Әйткәндәй, әҫәрҙәге төп герой Ильясты Ғафури районы Толпар ауылынан Ансар Шәйәхмәтов уйнай.

 

Видео: Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: