+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы фильм
30 Октябрь 2023, 15:04

Иғтибар: кастинг!

Катрина Душәнбаеваның студияһы Булат Йосоповтың “Фәрзәнә көнбайышҡа бара” тигән яңы тулы метражлы фильмы өсөн актёрҙар эҙләй.

Иғтибар: кастинг!
Иғтибар: кастинг!

Фильм нимә хаҡындамы? 1944 йылдың апреле. 15 йәшлек ауыл ҡыҙы Фәрзәнә азат ителгән Совет Украинаһында йәшәүселәрҙе аслыҡтан ҡотҡарыу миссияһында ҡатнаша. БАССР етәкселеге тиҫтәләгән кешегә алыҫ Ольховкаға 400 һыйырҙан торған көтөүҙе йәйәүләп алып барырға ҡуша.

5 ноябрь, 12.00 – 21.00: профессиональ булмаған актёрҙар өсөн һайлап алыу;

6 ноябрь, 12.00 – 21.00: театр актёрҙары, театр факультеты һәм театр студиялары студенттары өсөн һайлап алыу.

Адресы: Пушкин урамы, 86, ”Йәшлек House”.

Балалар, үҫмерҙәр, йәштәр өсөн:

Фәрзәнә: 14 – 17 йәш. Көнсығыш халыҡтары тибындағы йөҙ. Башҡорт телен белеү мотлаҡ.

Вәсилә: 14 – 21 йәш. Көнсығыш халыҡтары тибындағы йөҙ. Башҡорт телен белеү мотлаҡ, татар теле лә кәрәгеүе бар.

Азамат: 16 – 21 йәш. Көнсығыш халыҡтары тибындағы йөҙ. Башҡорт телен белеү мотлаҡ.

Алексей: 16 – 25 йәш. Славян халыҡтары ҡиәфәте. Башҡорт телен белеү мотлаҡ түгел.

Володя: 16 – 25 йәш. Славян халыҡтары ҡиәфәте. Башҡорт телен белеү мотлаҡ түгел.

 

Өлкәндәр өсөн:

Маһикамал, Фәрзәнәнең әсәһе: 40 – 50 йәш. Көнсығыш халыҡтары тибындағы йөҙ. Башҡорт телен белеү мотлаҡ, татар теле лә кәрәгеүе бар.

Сания: 40 – 50 йәш. Көнсығыш халыҡтары тибындағы йөҙ. Башҡорт телен белеү мотлаҡ, татар теле лә кәрәгеүе бар.

Шафиҡ бабай: 60-65 йәш. Көнсығыш халыҡтары тибындағы йөҙ. Башҡорт йәки татар телен белеү кәрәк.

Асма: 50 – 60 йәш. Көнсығыш халыҡтары тибындағы йөҙ. Башҡорт йәки татар телен белеү кәрәк.

Ишмөхәмәт: 30 – 40 йәш. Көнсығыш халыҡтары тибындағы йөҙ. Башҡорт телен белеү мотлаҡ, татар теле лә кәрәгеүе бар.

 

Шулай уҡ эпизодтар өсөн балалар (3 – 14 йәш), үҫмерҙәр (14 – 18) һәм өлкәндәр (35 – 70) талап ителә. Башҡорт телен белһәгеҙ, яҡшыраҡ.

Кастингҡа теләгән әҫәрҙән монолог әҙерләргә кәрәк, туған телдә (башҡорт, рус, татар, белорус, украин, мари, сыуаш һәм башҡалар) һөйләү хуплана. Сығыш ваҡыты – 2 – 3 минут. Кейем: кәүҙәгә һылашып торған ҡара төҫтәге әйбер. Косметикаһыҙ йөҙ.

Кастингҡа түбәндәге һылтанма буйынса яҙылырға мөмкин:https: / / forms.yandex. ru / u/65338f34f47e734d33b1bc72/. 

Белешмәләр: +7-917-439-97-82 (эш көндәрендә 12.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем, WhatsApp).

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: