"Фәрзәнә көнбайышҡа бара" фильмы республика Башлығы грантына төшөрөлә. Ул - балалар һәм йәштәр өсөн хәрби-патриотик картина. Сюжет нигеҙендә - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 400 һыйырҙан торған көтөүҙе немец-фашист илбаҫарҙарынан азат ителгән Украинаға йәйәүләп ҡыуып алып киткән Учалы районы үҫмерҙәренең ысын батырлығы. Фильмдың премьераһы 2025 йылдың 9 майына планлаштырыла.
Яҡташтарының - һуғыш осоро үҫмерҙәренең батырлығы тураһындағы фильмды төшөрә башлар алдынан ижади төркөм һәм актёрҙар менән Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ла осрашҡан. Был турала тәьҫораттары менән ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.
Фото: vk.com.