-5 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңы фильм
12 Октябрь 2025, 12:14

"Аҡ торналар бейегән ерҙә"

Төрки халыҡтарында борон-борондан һәр ҡошҡа айырым ҡараш йәшәгән.

"Аҡ торналар бейегән ерҙә"
"Аҡ торналар бейегән ерҙә"

Мәҫәлән, аҡҡош, күгәрсен кеүектәрен ожмах ҡоштары, тиҙәр. Шулай уҡ, торна культы ла изгеләрҙән һанала. Яҡут Республикаһының «Сайсары синема» киностудияһы тәҡдим иткән «Аҡ торналар бейегән ерҙә» фильмында аҡ торна – символик образ булараҡ уңышлы ҡулланылып, әсәйһеҙ ҡалған, мөмкинселеге сикләнгән Ваня исемле малайҙың хыялын күрһәтә. 

Баш ҡалабыҙҙың «Родина» кинотеатрында был нәфис фильм, башҡорт телендәге дубляжда күрһәтелә башлағас та, тамашасы һөйөүен яуланы. Ҡәҙимге ауылда, ябай бер ғаилә тарихын тыныс ҡына ҡарап булмай. Кешенең кемлеге һынауҙар аша беленә. Төп герой Ваняға бәләкәс кенә сағынан төрлө ауырлыҡтарҙы күрергә тура килә. Бала сағында баҙға осоп төшөп умыртҡа һөйәген йәрәхәтләй. Бер нисә йыл дауамында дауаханала ятҡан сағында, хатта үҙенең ғаиләһен онота. Түшәктә генә ятҡан Ваня ата-әсәһенә, ағаларына ҡабаттан өйрәнгәндә, бәпес тапҡан сағында әсәһе үлеп ҡала. 

Яңы тыуған сабый, аяғына баҫа алмаған бала, ике үҫмер малайҙы аяҡҡа баҫтырыу аталарына еңел булмай. «Бер ҡулдағы бармаҡтар кеүек, бер-берегеҙгә терәк булығыҙ», – тип өйрәтә улдарын. Уның тәрбиәһе аша улар, ысынлап та, был тормошта үҙ урындарын табырға тырыша. Ғаилә ҡиммәттәрен, берҙәмлек, туғанлыҡ көсөн бөйөклөгөн йәнә бер ҡат иҫбатлаған фильм ул «Аҡ торналар бейегән ерҙә». 

Фильмды ҡараған Ф. Мостафина исемендәге 20–се башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм әсәйҙәре лә үҙ фекерҙәрен еткерҙе.

Гөлназ Таймасова, әсәй:

- Фильмды тыныс ҡына ҡарап булмай. Ваня менән уның туғандарын йәлләп берсә иланыҡ, берсә шундай ныҡышмал, аҡыллы малайға ҡарап шатландыҡ. Ваняның төпкөл ауылда, үҙ аллы шөғөлләнеп аяҡҡа баҫыуы – үҙе бер мөғжизә. Ә бит башта табиптар ҙа уны йылдар дауамында дауалай алмай. Йәнә хыялдарҙан баш тартырға ярамағанлығын да бер тапҡыр иҫбатлай был фильм.

Шолпан Әминева, әсәй:

- Был фильм аша әсәй менән бала һөйөүенең мәңгелек икәнлеген күрҙек. Әсәй кеше һуңғы тапҡыр күрешкәндә Ваняға торна һүрәтле муйынсаҡ бирә. Малай ғәзиз кешеһен һағынғанда шуға ҡарай. Ә әсәләренең йәне торнаға әүерелгәндер, тип аталары әйткәс, ул ошо ҡоштарҙы күреү хыялы менән яна башлай. Аяғына баҫып, атаһы менән икеһенең аҡ торналарҙың бейегәнен күреү – ул киләсәк тормоштарының матур буласағына ишара. Сөнки улар, күмәкләшеп, ауырлыҡтары, һынауҙарҙы үтә алдылар. 

Рамаҙан Ғәлимов, уҡыусы:

- Ваня дауаханан ҡайтҡас, уны күрергә күрше малайҙар керә. Шул ваҡыт улар уның ни өсөн тик кенә ятыуы тураһында ҡыҙыҡһыналар. Бер ағаһының: «Ул беҙҙең Илья Муромец кеүек буласаҡ. Ул утыҙ өс йыл мейес башында ятҡандан һуң, иң көслө кеше булып киткән бит. Беҙҙең Ваня ла шулай буласаҡ», – тип әйтеүе Ваняға көс бирә. Ағаларының ышанысын аҡларға теләп, аяғына баҫырға тырыша һәм быны тормошҡа ашыра. Әгәр ҙә ағалары: «Ул бит инвалид. Тик ята», – тиһәләр, үҙенә ышанмаҫ һәм аяғына ла баҫа алмаҫ ине, тип уйлайым. 

Альбина Сафина:

- Башта Ваня аяғына баҫмаһа ла, ағалары уны һәр ваҡыт үҙҙәре менән алып йөрөтөүҙәре оҡшаны. Әлбиттә, тәүҙә атаһы был турала иҫкәртеп тора. Әммә улар – берҙәм, аҡыллы малайҙар. Башта аталары яһап биргән ҡул арбаһында йөрөтәләр, аҙаҡ ҡултыҡ таяҡтарҙа баҫырға ярҙам итәләр. Мәктәпкә лә етәкләп алып баралар. Был туғанлыҡтың көсөн күрһәтә.

Илүзә Харрасова:

- Фильмдағы күрше үҫмер ҡыҙҙар ҙа оҡшаны. Әлбиттә, малайҙар башта уларҙы һанға һуҡмай маташа. Әммә Ваня ярҙамында, уның алсаҡлығы, ябайлығы арҡаһында, улар дуҫлаша. Ваняның иптәш ҡыҙы менән, ҡыйыҡ башына менеп йондоҙҙар атылғанын ҡарауы, концертҡа бергәләшеп барыуҙары оҡшаны. 

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА. 

Өфө ҡалаһы.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас