Сюжет үҙәгендә — бәхетле ғаиләләге малайҙың тарихы. Ул ҡапыл ташландыҡ балаларҙың һалҡын һәм дуҫтарса булмаған донъяһына барып эләгә. Фильм етемлек, иман, ғаилә бәйләнештәрен юғалтыу темаларын күтәрә. Тик изгелек, яҡшылыҡ һәм теләктәшлек кенә бар ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итеүен күрһәтә.
Фильм балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, шулай уҡ имен ғаиләләрҙә үҫкән үҫмерҙәр, балаларҙы уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алған ата-әсәләр өсөн көнүҙәк булып тора. Ул Иглин районындағы балалар йортонда, мәктәптә, сиркәүҙә, йылға буйында һәм Өфө ҡалаһында төшөрөлгән.
Төп ролдәрҙе Ансар Шәйәхмәтов, Григорий Казаков, Семён Шарыгин, Сәйҙә Әминева бик оҫта башҡара. Уларҙы тамашасылар оҙаҡ ҡул сабып алҡышланы. Ысынлап та, ролдәрен күңел һалып уйнаны бит уҡыусылар. Фильмды ҡарағандан һуң уны төшөргән команда, эксперттар һәм тамашасы араһында йәнле аралашыуҙа ла бәләкәй актёрҙарҙы маҡтанылар.
Ғөмүмән, «Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!» фильмы уны ҡарарға йыйылған тамашасыларҙың береһен дә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. Улар геройҙар менән бергә ҡайғырҙы, иланы һәм шатланды...
Әйткәндәй, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Тэфи»-2006 премияһы лауреты, Рәсәй киноматографистар союзы ағзаһы, бик күп Рәсәй һәм халыҡ-ара кинофестивалдәр призёры, шулай уҡ Рәсәйҙең иң яҡшы документаль фильмы өсөн «Алтын шәм» премияһы лауреаты, киностудияның баш режиссёры Вилүрә Иҫәндәүләтова бик күп наградалар һәм башҡа уңыштарға өлгәшкән. Уны Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә күренекле документалист булараҡ беләләр. Билдәле режиссёрҙың «Ике килгән ғүмер», «Тәүбә», «Һыу инәһе», «Мөрйәлә төтөн бар әле» һәм «Ап-аҡ ҡарҙар» фильмдары барыһына ла таныш. Ә быныһы — тулы метражлы беренсе эше. Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы: «Был фильм — өлкәндәр өсөн. Ул, ысынлап та, ғаилә мөхите, бала тәрбиәләү тураһында. Бала – иң изге төшөнсә. Тыуғандан алып уны нисек наҙға төрөп, күңел йылыһы һалып тәрбиәләйһең, аҙаҡ шул тәрбиә емешеңде татыйһың», – ти.
Сарала Айгиз Баймөхәмәтов сығыш яһап: «Әҙәби материалды экранға һаҡсыл күсереп, фильм төшөргәндәре өсөн ижад төркөмөнә оло ихтирамымды белдерәм. Киләсәктә был киноны балаларым һәм ейәндәрем менән яңынан ҡарап сығырға хыялланам, ә бөгөнгө йәш актёрҙар ул ваҡытта инде күренекле йондоҙҙар һәм ата-әсәләр булып китер әле», — тип үҙ фекерен дә белдерҙе.
Шулай итеп, республикабыҙҙың сәнғәтендә яңы кино тыуҙы! Ошо уңыштары менән «Башҡортостан» дәүләт киностудияһын, әҫәрҙең авторын һәм уны ҡуйыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Фото: АВТОР һәм Рафаэль Сарваев фотолары.