

Кино яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!», «Урам балалары» һәм «Әкиәтһеҙ бала саҡ» автобиографик әҫәрҙәре нигеҙендә Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән. Киносценарийҙы Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының сценарисы һәм баш мөхәррире Мәғәфүр Тимербулатов яҙған. Көтөгөҙ, тиҙҙән башҡа кинотеатрҙарҙа ла күрһәтеләсәк.
Сюжет үҙәгендә – бәхетле ғаиләләге малайҙың тарихы. Ул ҡапыл ташландыҡ балаларҙың һалҡын һәм дуҫтарса булмаған донъяһына барып эләгә. Фильм етемлек, фажиғәле яҙмыш, бәхеткә ынтылыш темаларын күтәрә. Тик изгелек, яҡшылыҡ һәм теләктәшлек кенә бар ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итеүенә ышандыра ул.
Фильм балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, шулай уҡ имен ғаиләләрҙә үҫкән үҫмерҙәр, балаларҙы уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алған ата-әсәләр өсөн көнүҙәк булып тора. Ул Иглин районындағы балалар йортонда, сиркәүҙә, йылға буйында, Ишембайҙағы кадет мәктәбендә һәм Өфө ҡалаһында төшөрөлгән.
Төп ролдәрҙе Ансар Шәйәхмәтов, Григорий Казаков, Семён Шарыгин, Сәйҙә Әминева бик оҫта башҡара. Уларҙы тамашасылар оҙаҡ ҡул сабып алҡышланы. Ысынлап та, ролдәрен күңел һалып уйнаны бит был уҡыусылар. Фильмды ҡарағандан һуң уны төшөргән команда, эксперттар һәм тамашасы араһында йәнле аралашыуҙа бәләкәй актёрҙарҙы барыһы ла маҡтаны. Мәҫәлән, Тимур булып Ғафури районындағы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһынан IX cиныф уҡыусыһы Ансар Шәйәхмәтов ныҡ килештерҙе. Афарин! Тәүге роле, күптәрҙе һоҡландырҙы.
Ғөмүмән, «Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!» фильмы уны ҡарарға йыйылған тамашасыларҙың береһен дә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. Улар геройҙар менән бергә ҡайғырҙы, иланы һәм шатланды...
Әйткәндәй, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Тэфи-2006» премияһы лауреаты, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, Рәсәй һәм халыҡ-ара кинофестивалдәр призёры, шулай уҡ илебеҙҙең иң яҡшы документаль фильмы өсөн «Алтын шәм» премияһы лауреаты, киностудияның баш режиссёры Вилүрә Иҫәндәүләтованың исеме күптәргә билдәле. Уны Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә күренекле документалист булараҡ беләләр. Билдәле режиссёрҙың «Ике килгән ғүмер», «Тәүбә», «Һыу инәһе», «Мөрйәлә төтөн бар әле» һәм «Ап-аҡ ҡарҙар» фильмдары барыһына ла таныш. Ә быныһы – тулы метражлы беренсе эше. Улай ғына түгел, уға балалар йорто директоры ролен дә мәжбүри башҡарырға тура килә. Сөнки ролде уйнарға тейеш артист ҡапыл ауырып китә. Ә алдан төҙөлгән эш графигын бер нисек тә үҙгәртеп булмағанлыҡтан, төп режиссёр үҙе уйнарға була ла инде. Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы: «Был нәфис фильм өлкәндәр өсөн. Ул, ысынлап та, ғаилә мөхите, бала тәрбиәләү тураһында. Бала – иң изге төшөнсә. Тыуғандан алып уны нисек наҙға төрөп, күңел йылыһы һалып тәрбиәләйһең, аҙаҡ шул тәрбиә емешеңде татыйһың», – ти.
Айгиз Ғиззәт улы тамашасылар алдында сығыш яһап: «Әҙәби материалды экранға һаҡсыл күсереп, фильм төшөргәндәре өсөн ижади төркөмгә оло ихтирамымды белдерәм. Киләсәктә был киноны балаларым һәм ейәндәрем менән яңынан ҡарап сығырға хыялланам, ә бөгөн ролдәрҙе башҡарған йәш актёрҙар ул ваҡытта инде күренекле йондоҙҙар һәм ата-әсәләр булып китер әле», – тип үҙ фекерен дә белдерҙе.
Шулай итеп, республикабыҙҙың сәнғәтендә тағы бер өр-яңы кино тыуҙы. Бының өсөн «Башҡортостан» дәүләт киностудияһына, әҫәрҙең авторына һәм уны ҡуйыусыларға ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Фото: Рафаэль САРВАЕВ фотолары.