«БашАкадемКнига» мәғлүмәт-ағартыу үҙәгендә кескәйҙәр өсөн Әлфис Ғаязовтың «Ни өсөн ҡоштар оса?» исемле шиғырҙар китабы һатыуға сығарылды. Урыҫ телендәге күркәм йыйынтыҡта балалар өсөн көнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы темалар күтәрелгән: тирә-яҡты күҙәтеү, үҙ-ара һәм өлкәндәр менән мөнәсәбәт… Китапты баш ҡалала Революцион урамының 55-се йортондағы «БашАкадемКнига» магазинында алырға була.