+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
13 Июль 2018, 17:09

«Урал батыр»ҙы һуҡырҙар ҙа уҡыясаҡ

Башҡортостандың һуҡырҙар өсөн махсус республика китапханаһында Брайлдең рельеф-нөктә шрифты менән башҡорт телендә «Урал батыр» эпосы донъя күрҙе. Ул Бөтә Рәсәй Һуҡыр­ҙар йәм­ғиәтенең республика ойошмаһы, Башҡортостан «Китап» нәшриәте, һуҡырҙар өсөн китапхана араһында хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эшмәкәрлек тураһында өс яҡлы килешеү нигеҙендә нәшер ителде. Баҫма ике китаптан: Брайль шрифтынан һәм рельеф-графика һүрәттәре альбомынан тора.
«Урал батыр» тиҫтәләгән телдәргә тәржемә ителгән һәм күп тапҡыр республикала баҫылып сыҡҡан, уның буйынса бер нисә спектакль ҡуйыл­ған, йәнһүрәт төшөрөлгән. Башҡорт теле байлығы ҡомартҡыһы күп быуаттар элек булған боронғо мифологияны үҙ эсенә алған. Унда тамырҙары менән тәүтормош төпкөлөнә илткән боронғо фекерҙәр даирәһе күрһәтелгән. «Урал батыр» эпосы «Башҡортостандың ете мөғжизәһе»нең береһе булып тора, ТӨРКСОЙ-ҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән, ЮНЕСКО-ның «Кешелектең ауыҙ-тел һәм матди булмаған мираҫы хазиналары» исемлегенә дәғүә итә.
Читайте нас: