+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
28 Сентябрь 2018, 15:45

Тоғро юлдаш

Киләһе йылда ниндәй иҫтәлекле ваҡиғалар көтөлә? Һәр ай, һәр көн ниндәй даталарға бай буласаҡ? Ошо хаҡта алдан белгегеҙ киләме? Улайһа, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте магазинына йүгерегеҙ. 2019 йылға «Мәктәп календары» һеҙҙең өсөн сығарылған.

Шуныһы иҫтәлекле: быйыл календарь егерменсе тапҡыр донъя күрә. Ике тиҫтә йыл дауамында ул балаларҙың да, уҡытыусыларҙың да, ата-әсәләрҙең дә яҡын дуҫына әйләнде.
Һәр айҙа күренекле шәхестәребеҙҙең юбилейҙары хаҡында ҡыҫҡаса һәм тулы мәғлүмәттәр бирелә, тарихи ваҡиғалар тураһында һөйләнелә.
Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына ҡарата тормош юлы һәм ижады буйынса ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән танышырға була.
«Китап» нәшриәте үҙенең дә 100 йыллығын билдәләйәсәк. Шуға календарь биттәрендә нәшерселәр, бүлектәр, китаптар тураһында байтаҡ мәғлүмәт белергә мөмкин. «Тәрбиә мәктәбе», «Уҡыу­сылар ижады», «Өфө тарихынан», «Ата-әсәләргә кәңәштәр», «Һаулығың – байлығың», «Былар ҡыҙыҡлы», «Риүәйәт», «Ял сәғәттәрендә», «Көләмәстәр», «Аш-һыу», «Гөл үҫтерәм», «Һынамыштар», «Йондоҙнамә» кеүек рубрикалар тормошоғоҙҙоң төрлө мәлдәрендә ярҙамға килер.
Календарҙа шулай уҡ уҡыусыларҙың ижадына ла байтаҡ урын бирелгән, һүрәттәре, фотолары баҫылған. Өлгө алырлыҡ һәләтле балалар хаҡында һоҡланып уҡырлыҡ мәҡәләләр бар.
«Китап» нәшриәтендә оҙаҡ йылдар мөхәррир булып эшләүсе Әлфиә Илекәева апайығыҙ «Мәктәп календары»н ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп сығарыу өсөн журналистика өлкәһендәге тәжрибәле автор­ҙарҙы йәлеп иткән.
Нәшриәттә күп йылдар хеҙмәт юлы үткән Ғәлиә Ғәлимова, Гөлназ Фазлиәхмәтова, Эльвира Ниғмәтуллина, Фирҙәүсә Бикташева, Айгөл Әбделвәлиева, Римма Зәйтүнова, журналистар Дилбәр Ишморатова, Даян Мәжитов һәм уҡытыусы Филиә Шәфиевалар һәр айҙы йөкмәткеле итер өсөн ҙур тырышлыҡ һалған.
«Мәктәп календары» менән танышып сыҡҡандан һуң, бәлки, һеҙҙең дә теләк-тәҡдимдәрегеҙ тыуыр. Уны сығарышыуҙа үҙегеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ. Мәктәбегеҙ, яҡын дуҫығыҙ, ғаиләгеҙ, ауылығыҙ тарихы, ер-һыу атамалары һәм башҡалар хаҡында яҙып ебәрергә була. Нимәләр тураһында күберәк уҡырға теләүегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе лә әйтергә онотмағыҙ.
Быйылғы һәм киләһе йылды ла үҙ эсенә алған уҡыу осоронда «Мәктәп календары» һеҙҙең тоғро юлдашығыҙға әйләнеренә ышанабыҙ.

З. МӘҺӘҘИЕВА.
Читайте нас: