+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
9 Август 2019, 00:35

Коммунизм көткәндә

Китабыңды баҫтырып сығарыу – ҙур шатлыҡ ул! Ошо һөйөнөсөмдө яратҡан гәзитем менән уртаҡлашмай булдыра алманым. «Китап» нәшриәтендә «Иҙел ҡыҙы» исемле йыйынтығымдың донъя күреүенә «Йәншишмә» гәзитенә бурыслымын. Сөнки повесть тап уның биттәрендә донъя күрҙе, үҙенең уҡыусыларын тапты. Зөһрә Ҡотлогилдинаға ла ҙур рәхмәтлемен, ул мине гел дәртләндереп торҙо. Шулай уҡ нәҡ баҫма биттәрендә әҫәремдең китап итеп баҫылыуына теләк белдереүселәр күп булды. Хатта Баймаҡ районы Йән­йегет ауылында Ләлә Рафиҡова үҙенең уҡыусылары менән «Иҙел ҡыҙы» буйынса китап уҡыусылар конференцияһы үткәргәйне. Барыһына ла оло рәхмәтемде еткереп, повес­тың гәзиттә баҫылмаған бер өлөшөн уҡыу­сыларға тәҡдим итәм. Земфира АҠБУТИНА.


Бикә апай ҡайһы саҡта беҙ аңламаған нимәләр һөйләй. Бер көн:

– Әле социализмда йәшәйбеҙ. Тиҙҙән коммунизм буласаҡ, – ти. – Ә уныһы нисек була, тиһегеҙме?

Уҡытыусыбыҙ тынып тора ла дауам итә. Беҙ иҫебеҙ китеп тыңлайбыҙ.

– Ул ваҡытта магазинда хәҙерге кеүек сират булмаясаҡ. Кәштәләрҙә әйберҙәр тулып торасаҡ. Кем нимә теләй, шуны бушлай аласаҡ...

– Бушлай?! – тибеҙ, аптырап та, ышанмай ҙа.

– Эйе, бушлай. Хатта балаларға туңдырманы ла...

– Ысынмы? – тип ҡуйҙы бер бала.

– Ә нимә ул туңдырма? – тип һораны берәү.

Ысынлап та, беребеҙҙең дә туңдырманы ашап түгел, тотоп та ҡарағаны юҡ. Апайыбыҙ бер аҙ уйлап торҙо ла:

– Туңдырманы һөткә шәкәр ҡушып, туңдырып эшләйҙәр, – тип аңлатты.

– Һе, – тине бер малай. – Һөт үҙебеҙҙә лә күп, әйҙә, туңдыр ҙа яла!

– Эй, балалар, – ти Бикә апай, – ә туң­дырма шул тиклем тәмле! Минең ашағаным бар!

Беҙ Бикә апайға ҡыҙығып ҡарай­быҙ. Туңдырманы күҙ алдына килтерергә тырышабыҙ, ләкин килеп сыҡмай.

– Ә ул коммунизм ҡасан була? – ти ҡапыл, түҙемһеҙләнеп, бер бала. Тегенең тиҙерәк туңдырма ашағыһы киләлер инде.

– Тиҙҙән! – тип ышандыра Бикә апай. – Социализмды төҙөп бөтәбеҙ ҙә коммунизм төҙөй башлаясаҡбыҙ. Моғайын, был 90–сы йылдарға тура килер...

Ялтыраған күҙҙәр һүнгәндәй тойола. (XX быуаттың етмеш алтынсы йылында туҡһанынсы йыл бик алыҫ тойолғандыр...)

Барыбыҙ ҙа Бикә апайҙың туңдырма ашағанына ышанабыҙ. Ә бына һатыла торған әйберҙәрҙең бушлай бирелеүен күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Ауылдағы бер­ҙән-бер магазинға килгән тауарҙар­ҙы, аҡса менән булһа ла, талаша-һуғыша алып бөтә халыҡ. Эстән генә һәр беребеҙ: «Булмаҫтыр был коммунизм тигәндәре!» – тип уйлайбыҙ. Ләкин ҡыс­ҡырып әйтмәйбеҙ.

Өйҙә әсәйҙәр шым ғына һөйләшергә өйрәтә.

Бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө эшләүҙе йәй көнө үҙ елкәмдә татыным инде. Өйҙә – әсәйҙәр, мәктәптә уҡытыу­сылар алдашмаҫҡа өйрәтә. Ә ул юлы...

Етмеш бишенсе йыл ҡоро килде. Бесән булмағас, колхоз малдарына күпләп япраҡ аҙыҡ бәйләнеләр. Был эшкә өлкәндәрҙе лә, хатта балаларҙы ла йәлеп иттеләр. Бригадир – әсәйҙәрҙе бер эшкә, балаларҙы япраҡ бәйләргә әйтеп китте.

Машинаға тейәлеп, урманға барып төштөк. Бер-ике өлкән ир ағастарҙы йыға. Звено башлығы Әбделхай бабай кемгә ҡайҙа эшләргә икәнен әйтеп китә. Ул беҙгә ҡаршы ғына йәшәй, уның исемен әйтеүгә йәтешләп, Әптелхай бабай тип йөрөтәбеҙ.

Мин, Әлиә апайым һәм Әхсән ҡустым эшкә керешәбеҙ. Ҡустым менән йығыл­ған ағастан метр ярымлыҡ ботаҡтарҙы һындырып, миндек өсөн өйәбеҙ, апайым шуларҙы бәйләй. Ул бәйләгәндә, үҙем тотоп торам. Парлы миндектәрҙе арҡыры һайғауға элергә ярҙамлашам.

Шулай тырыша торғас, байтаҡ ыраттыҡ. Ара-тирә күршеләр янына барып, уларҙың нисәүҙе эшләгәнен белеп киләбеҙ. Артта ҡалып, оятлы булып ҡуймайыҡ! Хәлдәрен белешкәс, тынысланабыҙ. Бер ишерәк эшләйбеҙ икән.

Тиҙҙән Әбделхай бабай күренде.

– Йә, балалар, нисәүҙе бәйләнегеҙ, яҙып алайым әле! – тине ул, йомшаҡ ҡына тауыш менән.

– Башҡа эшләмәйбеҙме ни?

– Йығылған ағастарҙың ботаҡтарын алып бөтәбеҙ ҙә – бөгөнгә етер. Хәҙер машина килә. Нисәне бәйләнегеҙ?

Беҙ үҙенең килеп һанағанын көтөп торабыҙ. Ул әйткәнебеҙҙе көтөп тора. Күпме бәйләгәнебеҙҙе ишеткәс, көлөм­һөрәп:

– И–и, балалар, улай тип яҙһаҡ, һеҙгә эш көнө лә ҡуймаҫтар бит. Көнө буйы бушҡа йөрөгән кеүек була, – ти.

Беҙ аптырап киттек. Ә нисек яҙырға һуң? Әбделхай бабай һуҙып ҡына:

– Бына тегеләрҙеке – шунса, уларҙыҡы – ошо сама, – тип һанап китте. Шаҡ ҡаттыҡ. Беҙҙән ике тапҡырға күберәк эшләгәндәр! Шул саҡ күршеләр иҫкә төштө.

– Ә улар нисәне эшләгән? – тип һорайым, бар ҡыйыулығымды йыйып.

– Шунса!

Күҙ маңлайға менә яҙҙы: ике тапҡыр арттырғандар! Үҙем дә һиҙмәҫтән:

– Яңы ғына яндарына барғанда, шунсаны эшләгәндәр ине! Бер иш барабыҙ икән, тип һөйләшеп торҙоҡ хатта! – тип ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Бабайыбыҙ көрһөндө лә:

– Ҡысҡырып йөрөмәгеҙ! – тине шым ғына. – Әйҙәгеҙ, һеҙгә лә уларҙыҡы һымаҡ итеп яҙайыҡ.

Беҙ баш һелктек. Көнө буйы арып-талып йөрөп тә, эш көнө яҙмаһалар, бушҡа була бит. Етмәһә, әсәйем: «Эшләгәнегеҙҙең аҡсаһы мәктәпкә кейем-һалым, китаптар, башҡа кәрәк-яраҡ алыуға булыр», – тигәйне.

Беребеҙ ҙә:

– Был – алдашыу ҙа! – тип әйтмәне.

«Социализмда йәшәйбеҙ», – тигәйне Бикә апай. Ҡайһы бер нимәләре оҡшап та, аңлашылып та бөтмәй был социализмдың.

Бер көн миңә дәрестән һуң ҡалырға ҡуштылар. Ҡалдым. Икенсе синыф бүлмәһенә алып инделәр. Директор килеп инде. Ҡулындағы төргәкте һуҙып:

– Күп балалы ғаиләләргә хөкүмәт ярҙам йөҙөнән ебәргән, – тине. (Ысынлап та, ғаиләлә һигеҙ бала булып киткәйнек).

Сығынланым да киттем:

– Миңә кәрәкмәй.

– Нимә икәнен дә белгең килмәйме?

– Юҡ.

Ул бүлмәнән сыҡты ла бер ҡатын уҡытыусыны эйәртеп инде. Үҙе икебеҙҙе генә ҡалдырҙы. Был апай беҙҙе уҡытмай. Йылмайып ҡына төргәкте һүтте. Эсенән ҡара төҫтәге мәктәп формаһы килеп сыҡты.

– Кейеп ҡара әле, – тип, апай форманы миңә тотторҙо.

Күлдәк ҙур ине, ергә һөйрәлеп тора. Систем дә кире һондом.

– Миңә кәрәкмәй. Үҙемдеке бар.

– Ал, ал, әҙерәк үҫкәс, кейерһең. Ул – һинеке!

– Миңә атайым менән әсәйем һатып ала ул! – тип еңмешләнеп, сығыу яғына атланым. Теге апай ипләп кенә:

– Сумкаңды бир әле, һеңлем! – тине лә күлдәкте, ҡағыҙына төрөп, сумка­ма йәтешләп һалды һәм миңә кире һондо:

– Үҙеңә кәрәкмәгәс, күлдәкте әсәйеңә бирерһең, йәме!

Әсәйем йә атайым берәй әйбер һатып алһа, башым күккә тейгәндәй, ҡыуана торғайным. Әле ҡайтып киләм «ярҙам күлдәк»те йөкмәп, ә күңелдә бер шатлыҡ хисе лә юҡ.

Ҡайтҡас та, әсәйемә тотторҙом да уны, был турала оноттом.

Мин өйҙә юҡта, әсәйем ул күлдәкте Әлфиә апайыма биргән. Әсәйҙән ал­ған­ғамы, үҙенә таман булғанғамы, апайым күлдәкте ҡыуана-ҡыуана кейҙе...
Читайте нас: