+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
22 Ғинуар 2020, 17:43

Етенсе том баҫылып сыҡты

Ҡыуаныслы яңылыҡ, дуҫтар! Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның етенсе томы донъя күрҙе.

Ул билдәле башҡорт ғалимы һәм әҙәбиәтсеһе, академик Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә әҙерләнгән. Йыйынтыҡта шиғриәт, проза, драматургия, балалар әҙәбиәте, әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит тураһында күҙәтеү мәҡәләләре тупланған. Нәжиб Асанбаев, Шакир Янбаев, Талха Ғиниәтуллин, Әнғәм Атнабаев, Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбай, Таңсулпан Ғарипова, Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниева, Әмир Әминев һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының тормошо, ижады хаҡында айырым яҙмалар ҙа урын алған. Етенсе том 1990 – 1996 йылдарҙа алты томда сыҡҡан баҫманың дауамы булып тора, 1995 – 2015 йылдарҙағы әҙәби тормошто ла яҡтырта.
Баш мөхәррир һәм инеш һүҙҙе филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов яҙған. Китап мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, студенттар өсөн тәғәйенләнгән. Йыйынтыҡты «Китап» нәшриәтенең магазинында һатып алырға була.
Читайте нас: