Был «Төрки телле халыҡтарҙың әкиәттәре» серияһы 12 китаптан тора. Унда әзербайжан, алтай, башҡорт, татар, төрөк, төрөкмән, хакас, сыуаш әкиәттәре лә бар. Бөтә әкиәттәрҙе күренекле төрөк әкиәтсеһе Южәл Фәйзиоглу әҙерләгән. Китаптар серияһы Төркиәнең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы ярҙамында сығарылған.