«Өс таған» – яҙыусының балалар өсөн ижад иткән ҙур күләмле мауыҡтырғыс повестарының береһе. Автор билдәләүенсә, балалар донъяһы – айырым бер хыялдар, теләктәр донъяһы. Ошоларҙы Мостай Кәрим шундай мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы итеп һүрәтләй, ундағы геройҙарҙың батырлығы, донъя ҡапма-ҡаршылыҡтары менән көрәшеүҙәре һәм шуҡлыҡтары, ололарса фекерләүҙәре һәм эш итеүҙәре уҡыусыларҙы үҙенә йәлеп итә. Бында, әлбиттә, әхлаҡ темаһы төп урындарҙың береһен биләй. Геройҙар төрлө ауырлыҡтар менән күҙмә-күҙ осрашып, уларҙы хәл итеү, төҙәтеү яҡтарын да эҙләй. Повеста дүрт дуҫтың мажаралары, әлбиттә, береһен дә битараф ҡалдырмай, китап уҡыусыларын борсоуға ла һала, уйланырға ла мәжбүр итә улар.
Шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан әҫәр буйынса режиссёр Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмының урыҫ телендәге трейлеры интернет селтәрҙәренә сыҡты. Китапта ла, фильмда ла ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡҡанда дуҫлыҡ, ихтыяр көсөнөң ни тиклем кәрәк һәм ҡәҙерле булыуы бәйән ителә.
Был китап – кескәй дуҫтарыбыҙға, шулай уҡ башҡорт әҙәбиәтенә һәм халыҡ шағирының ижадына битараф булмаусыларҙың барыһына ла ҙур бүләк. Ул бөгөндән беҙҙең магазиндарҙа һатыуҙа бар, рәхим итегеҙ!