+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
13 Август 2021, 09:35

Дуҫтарыбыҙ өсөн – яңы баҫмалар

Йәйге каникул дауам итә.

Дуҫтарыбыҙ өсөн – яңы баҫмалар
Дуҫтарыбыҙ өсөн – яңы баҫмалар

Көндәр аяуһыҙ эҫе тороуға ҡарамаҫтан, һәр кем уны үҙенсә иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша. Берәүҙәр ата-әсәһе менән сит илдәргә сәйәхәт ҡылып, диңгеҙҙә һыу инеп уҙғарһа, күптәре ауылда яҡындары менән тәбиғәттә ял итеүҙе хуп күрә. Еләк-емеш йыйыу, баҡса эштәре, бесән, дуҫтар һәм туғандар менән йыйылышып осрашыу – барыһы ла күңелдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.
Шулай уҡ яҡын дуҫтарыбыҙ ара­һында буш ваҡытында китап уҡып, рухи байлыҡ алыусылар ҙа етерлек. Тап улар өсөн ошо көндәр­ҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Баш­ҡортостан «Китап» нәшриәтендә яңы баҫмалар донъя күрҙе.

Зөһрә Бәшәрованың «Салауат күпере» йыйынтығына «Ат ҡарағы» исемле повесы, хикәйәләре, әкиәттәре, «Миҙал хаҡы» пьесаһы индерелгән. Әҫәрҙәре уҡыуға еңел булыуы, тел байлығы менән күңелгә ятышлы. Автор герой­ҙарының яҙмышы, йәшәйеше, тормошо аша уҡыу­сыларға фәһем алырлыҡ хәл-ва­ҡиғаларҙы бәйән итә.
Сираттағы баҫмабыҙ «Көмөшкүл» тип атала. Билдәле яҙыусы Барый Ноғомановтың был китабына ике повесть тупланған. Бында 15 – 20 йыл элекке ауыл тормошо, балалар һәм үҫмерҙәр, уларҙың яҡындарының көнкүреше һүрәтләнә. Ауылдан алыҫ ятҡан һыу ятҡылығынан көйәнтәләп һыу ташыу, мейес яғып, икмәк һәм башҡа аш-һыу әҙерләү, ул мәлдәге балаларҙың көндәлек мәшәҡәте, йәшәйеше, күңел кисереше, беренсе хистәре автор тарафынан мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы итеп тасуирлана. Бөгөнгө замандан күпкә айырылыуға ҡарамаҫтан, яҙыу­сы еренә еткереп күр­һәтә алған.
Басир Мәһәҙиевтың китабы «Хазиналы тауҙарым» тип исемләнгән. Был йыйынтыҡ – Башҡорт­остандың ҡаҙылма байлыҡтары менән ҡыҙыҡһыныусы йәш дуҫтары­быҙ өсөн файҙалы мәғлүмәт сығанағы. Китапта алтын, йәшмә, баҡыр, магнит рудаһы, нефть, эзбизташты ҡаҙып алыу тураһында тарихи мәғлүмәттәр менән танышырға мөм­кин. Ябай һәм йәнле итеп яҙыл­ған ошо баҫма уҡыусы балаларҙа ғына түгел, өлкәндәрҙә лә ҙур ҡы­ҙыҡ­һыныу уятыр, тигән өмөттәбеҙ. Һәр бер бүлеге – «Алтындың сафлығы», «Күсей алтыны, Рәмиевтәр, Зәки Вәлиди...», «Йәшмә эсендәге сер», «Шихандар йәки мөғжизәле тауҙар», «Тауҙа медуза буламы?» иғтибарҙы йәлеп итә.
Үрҙә телгә алынған китаптар нәшриәттең магазиндарында һатыуҙа, шулай уҡ http://kitap-ufa.ru/ сайты аша заказ менән алдырырға мөмкин. Ашығығыҙ!

Гүзәл ИШНАЗАРОВА.
Өфө ҡалаһы.

Дуҫтарыбыҙ өсөн – яңы баҫмалар
Дуҫтарыбыҙ өсөн – яңы баҫмалар
Дуҫтарыбыҙ өсөн – яңы баҫмалар
Читайте нас: