+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
26 Ноябрь 2021, 09:05

Әкиәтсе Гүзәл

«Аҡбуҙат» журналында китапсыҡ булып сыҡҡан әкиәт, шиғыр­ҙарҙы яратып уҡыған Гүзәл өйҙәгеләргә: «Минең дә шундай китабым булыуын теләйем», – ти.

Әкиәтсе Гүзәл
Әкиәтсе Гүзәл

Атаһы Азамат, Гүзәлдең арҡаһынан һөйөп: «Сығарырбыҙ, ҡыҙым, тик һин матур-матур әкиәттәр яҙ, йәме», – ти.

Яҙыр ине лә ул, тик уҡый белмәй бит әле. Бәләкәй шул, хәрефтәрҙе лә танымай, ә әкиәттәре бер-бер артлы тыуып ҡына тора. Зөбәржәт әбейе менән йоҡларға ятҡан һайын бер әкиәт уйлап сығара. Иртән әсәһе Нурияға ла һөйләй. Ул ҡыҙының һөйләгәндәрен яҙып бара. Шулай итеп, бәләкәс Гүзәлдең тәүге әкиәттәре әле мәктәпкә уҡырға бармаҫ борон уҡ «Аҡбуҙат» журналында, «Йәншишмә» гәзитендә баҫылып сыға.
Игеҙәге Асель менән изостудияға ла йөрөйҙәр, һүрәттәр төшөрәләр, балсыҡтан төрлө әйберҙәр яһарға өйрәнәләр. Аш бүлмәһендә, мәҫәлән, ҡыҙҙары эшләгән шәкәр һауытын, башҡа нәмәләрен дә беҙгә лә маҡтанып күрһәтеп алды әсәһе. Һыуытҡыс­ҡа беркетелгән, папкаларға һалып ҡуйылған матур-матур һүрәттәренең иҫәбе юҡ. Улар ҙа «Аҡбуҙат», «Йәншишмә» биттәрендә баҫылып тора.
Гүзәл әле Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында II синыфта уҡый. Былтыр баш ҡалабыҙҙың Киров районы буйынса балалар араһында үткәрелгән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында үҙе яҙған әкиәтен һөйләп, «Йәш әкиәтселәр» номинацияһында II урын яулап һөйөнә.
Бына әле яңыраҡ Гүзәлдең хыялын тормошҡа ашырып, әсәһе ҡыҙының әкиәттәрен китап итеп сығарыуға өлгәште. Башланғыс синыф уҡыу­сыһының китабы донъя күреүе үҙе бер ваҡиға бит. Бынан егерме йылдан ашыу элек Өфө малайы Азамат Мә­һәҙиевтең дә «Банан, банан, килдең ҡай­ҙан?» тигән китабы сыҡҡайны. Ундағы шиғырҙарҙы әле бул­һа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа яттан һөйләп йөрөй. Гүзәл Әхтәмованың «Батыр әтәс» исемле китабына ингән әкиәттәре дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡ, изгелек тураһында. Ундағы геройҙар – ҡоштар, хай­уандар аша кешеләр донъяһы һүрәтләнә.
Китапты талантлы рәссам Артур Вәсилов иҫ киткес матур һүрәттәр менән биҙәгән. Уларға ҡарау менән әкиәттәрҙе тиҙерәк уҡығы килә.
Тәүге китабын ҡулына алған Гүзәл:
– Әсәй, ә ниңә һин минең бөтә әкиәттәремде лә бирмәнең? – тип һорай.
– Уларын икенсе юлы сығарырбыҙ, – тине әсәһе.
Тимәк, Гүзәл Әхтәмованың тағы ла яңынан-яңы китаптары донъя күрәсәк әле, тип көтөргә генә ҡала. Бирһен Хоҙай! Балалар донъяһын тик балалар үҙҙәре генә шулай шәп итеп тасуирлай ала бит. Мөғжизәләргә ышанған әкиәтсе ҡыҙҙың киләсәге лә әкиәттәге кеүек матур булһын.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: