Яңыраҡ Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән «Бәхет күле» исемле китап ҡарһүҙ яратыусы балалар өсөн ҙур бүләк булды. Был йыйынтыҡҡа быуындан быуынға түкмәй-сәсмәй тапшырылып килгән башҡорт халыҡ әкиәттәренең аҫыл өлгөләре тупланған. Улар кескәйҙәрҙе лә, ололарҙы ла серле донъяға алып инеп, яманлыҡты яҡшылыҡтан айырырға, дөрөҫ һәм матур йәшәргә өйрәтә, изгелеккә өндәй. Әкиәттәрҙә ил азатлығы һәм тыныслыҡ өсөн йәнен аямай көрәшкән батырҙар ғәйрәтле, ҡыйыу, ғәҙел булыуҙары менән һоҡланыу уята. Әҫәрҙәрҙәге яманлыҡ ҡылыусы геройҙар ниндәй генә булмаһын, уларҙы һәр ваҡыт изге йәндәр, көслөләр, зирәктәр еңеп сыға.
Матур, фәһемле әкиәттәрҙән торған был йыйынтыҡ декабрҙә үткәрелгән республика Башлығы Шыршыһына саҡырылған һәләтле балаларға бүләк булараҡ та әҙерләнде. Баҫманы нәшриәттең фирма магазиндарында, kitap-ufa.ru cайтында, шулай уҡ OZON интернет-магазинынан заказ менән алырға мөмкин.
Гүзәл ИШНАЗАРОВА.
Өфө ҡалаһы.