+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
27 Май 2022, 16:55

Һөйөнсө! «Мин полиглот булам» китаптар серияһы донъя күрҙе

Кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн тәғәйенләнгән «Мин полиглот булам» китаптар серияһының тағы ла өс киҫәге донъя күрҙе. Ҡулланманың тәүге өлөшө — «Йорт ҡоштары», II өлөшө — «Йорт хайуандары», III өлөшө — «Бөжәктәр», IV өлөшө «Йәшелсәләр» темаһына бағышланған.

Һөйөнсө! «Мин полиглот булам» китаптар серияһы донъя күрҙе
Һөйөнсө! «Мин полиглот булам» китаптар серияһы донъя күрҙе

Был тылсымлы китап ярҙамында балалар башҡорт, рус, инглиз һәм башҡа телдәрҙә беҙҙе уратып алған донъя тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белә, яңы һүҙҙәр менән таныша ала. Ҡулланмала бирелгән сағыу һүрәттәр, ҡыҙыҡлы эш төрҙәре кескәйҙәрҙе үҙенә ылыҡтырып тора. Китаптың һәр битендәге серле шаҡмаҡтар (QR-кодтар) аша һүҙҙәрҙе һәм текстарҙы тыңлау мөмкинлеге лә бар! Тәҡдим ителгән уҡыу ҡулланмалары үҙ уҡыусыһын табыр, телһөйәр, илһөйәр балалар тәрбиәләүҙә ҙур ярҙамсы булыр тигән ышаныстабыҙ.

P.S. Китаптың электрон версияһы «Туған тел донъяһы» порталында
урын алған.

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: