+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
2 Февраль 2023, 13:00

Айһылыу Ғарифуллинаның Татарстанда – яңы китабы

Күптән түгел ике "бишле" билдәһе алған яратҡан шағирәбеҙ Айһылыу Ғарифуллинаға татар ҡәрҙәштәребеҙ ҙур бүләк әҙерләгән.

Айһылыу Ғарифуллинаның Татарстанда – яңы китабы
Айһылыу Ғарифуллинаның Татарстанда – яңы китабы

Был хаҡта шағирә  үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә былай тип яҙа:"Әлхәмдүлилләһ, тоҡос февраль ҙур ҡыуаныстары менән башланып китте – Татарстанда "Миңле бәхет" исемле китабым баҫылған! Был хаҡта кисә генә тәржемәсем Наилә ханым Зыятдинова менән редакторым, танылған шағир Рифат Сәләх хәбәр итте. Күрше республикалағы серҙәш, рухташ, имандаш, йәнгә яҡын кешеләрем улар хәҙер, сүбхәналлаһ, һау ғына булғырҙары! Китаптың тышлығын да, Рифат ҡустым аманат, тигәс, хатта ғаиләмә күрһәтмәнем, сөнки мосолмандан мосолманға аманат итеп тапшырылған нәмә үтәлергә тейеш!
Яңы китап сығыуҙың ижад кешеһе өсөн ниндәй бәхет икәнен аңлатып тормайымдыр – ошоно татығандар белә!
Алла бирһә, тиҙҙән автор өсөн тәғәйендәре килеп етер".

МИҢЛЕ БӘХЕТ

Миңле бәхет, минле бәхет
Миңә генә тәғәйен.
Хәләл булһын кейгәндәрем,
Ҡапҡан һәр бер тәғәмем.


Миңле бәхет тик минеке –
Йәшәй-йәшәй төшөндөм.
Тормош һынауҙары ҡаты –
Йә яндым, йә өшөнөм.


Миңле бәхет түгел тәхет,
Миңле бәхет – яҙмыштан.
Башҡаларға һис үпкәм юҡ,
Ғәйеп миндә – яң(ы)лышһам.


Миңле бәхет сәйлән төҫлө
Өҙөлә лә ялғана.
Мин риза ошо өлөшкә –
Рәхмәтлемен Аллама!

 

Сығанаҡ һәм фото: shonkar.com

Айһылыу Ғарифуллинаның Татарстанда – яңы китабы
Айһылыу Ғарифуллинаның Татарстанда – яңы китабы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: