+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
20 Апрель 2023, 10:50

Яңы китап сыҡты!

Билдәле шағирә, журналист, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның яңы шиғырҙар китабы донъя күрҙе.

Яңы китап сыҡты!
Яңы китап сыҡты!

 "Башҡортостан Республикаһы" дәүләт унитар предприятиеһында башҡорт һәм урыҫ телдәрендә баҫылған."Заманым йыры" тип атала ул.

Яңы китап махсус хәрби операцияла Ватаныбыҙ сиктәрен һаҡлаусыларға мөрәжәғәтнамә кеүек.

Махсус хәрби операция башланыу менән Лариса Абдуллина Донбасс балаларына ярҙам йөҙөнән төрлө акциялар иғлан итте. Уның инициативаһы буйынса Донбасс балаларының һүрәттәре, шиғырҙары, хаттары, хикәйәләре, шиғырҙарынан махсус «Аҡбуҙат» журналы сығарҙы һәм Луганск һәм Донбасс Халыҡ республикаларына еткерҙе.

Яңы шиғырҙар йыйынтығы илһөйәрлек, батырлыҡ, намыҫ, ҡаһарманлыҡ кеүек бөгөнгө көнүҙәк темаға арналған.

Шағирәне яңы китабы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Сығанаҡ: kungak.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: