Нәсимә Ғайсинаның балалар өсөн яҙған был өсөнсө китабында һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, әкиәттәре тупланған. Автор кескәйҙәрҙе тәбиғәткә иғтибарлы булырға өндәй. Уның әҫәрҙәрендә йәнлектәр, ҡоштар, хатта ямғыр ҙа уйнай, бейей, шаяра. Был шиғырҙар балаларға ятлап алыу өсөн бик ҡулай.
Тамара ЮЛДАШЕВА, " Юлдаш" нәшриәте баш мөхәррире.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com