Башҡорт теле фонды барлыҡ теләүселәр менән туған телебеҙҙе өйрәнә башлағас, ярашлы уҡыу әсбабы булмауы асыҡлана. 2020 йылда был проблема хәл ителә, ә бөгөнгө китап – уның тулыландырылған варианты. Тиражы – 1 мең 500 дана. Ул республика буйлап һәм башҡа төбәктәргә таратыласаҡ. Авторҙары Рида Латипова һәм Ләлә Сафина билдәләүенсә, текстар еңеленән ауырына табан бирелгән, программа 100 сәғәткә иҫәпләнгән.
Фото: www.bashinform.ru.