-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
11 Сентябрь 2023, 15:00

Их, матур китаптар!

Марс Фәрхетдинов ағайығыҙ биҙәгән китап ҡайһылай йәмле!

Их, матур китаптар!
Их, матур китаптар!

“Кәзә бәрәсе” исемле башҡорт халыҡ әкиәте бирелгән был китап кескәйҙәргә кәрәкле предметтарҙы эҙләп табырға һәм ҡул моторикаһын үҫтерергә ярҙам итәсәк. Нисекме?

Эре хәрефтәр менән яҙылған әкиәтте уҡыған саҡта тейешле урынға, һүрәттәренә тап килтереп, сағыу йәбештергестәрҙе урынлаштыра барырға тәҡдим ителә. Бала өсөн был эш ҡыҙыҡлы ла, күңелле лә буласаҡ.

***

Тимур Рәхмәтуллиндың “Тылсым эйәләре” исемле тәүге китабында изгелек, һөйөү, тәрбиә менән һуғарылған хикәйәләре тупланған. Бәләкәстәрҙе ҡыҙыҡтырыр яҙмаларҙа ижадсы тормош күренештәрен улар кеүек – тәүгә юлыҡҡандай бағып, яңыса асырға ынтыла.

Авторҙан:

“Сәләм, кескәй дуҫтарым!

Һеҙ мөғжизәгә ышанаһығыҙмы? Ә мин бына ышанам. Һеҙҙең алдығыҙҙа ятҡан тәүге китабым – үҙе бәләкәй генә бер серле хазина. Был әҫәрҙәремдең тыуыуында һеҙҙең дә өлөшөгөҙ бик ҙур. Сөнки һеҙҙең алсаҡ йылмайыуығыҙ, кешеләргә изгелексән булыуығыҙ, атай-әсәйҙәргә, олатай-өләсәйҙәргә, ағай-апайҙарға, ҡусты-һеңлеләрегеҙгә ярҙамсыл һәм ихтирамлы мөнәсәбәтегеҙ һәр саҡ илһамландыра. Кескәй дуҫтарым, күңел матурлығығыҙҙы ғүмер буйы һаҡлағыҙ. Ул һеҙҙе үҫтерер, гүзәл итер, көс һәм ҡыйыулыҡ бирер, ауыр саҡтарҙа ярҙам итер. Минең китаптағы геройҙарым тап һеҙҙең кеүек эскерһеҙ, мөғжизәләргә ышаныусан балалар. Уларҙың күңеленә күҙ һалғанда үҙегеҙҙе лә танырһығыҙ”.

Их, матур китаптар!
Их, матур китаптар!
Их, матур китаптар!
Их, матур китаптар!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: