-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
1 Ғинуар , 18:00

“Әпәкәй”ҙе тәмләнек

Асҡар балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтлемен. Минең “Әпәкәй” исемле китабымдың презентацияһын бик матур итеп үткәрҙеләр.

“Әпәкәй”ҙе тәмләнек
“Әпәкәй”ҙе тәмләнек

Байрам сараһын Уҡытыусы һәм остаз йылына бәйләп ойоштороуҙары бик тә отошло булды. Эйе, уҡытыусы булып эшләмәһәм, балалар өсөн китаптар яҙа ла алмаҫ инем. Педагог баланың психологияһын яҡшы белгәнгә, аңлағанға улар тураһында әҫәрҙәр ижад итә ала.

Сара “Уҡытыусым, етәкләнең мине” тигән йырым менән күңелле генә башланып китте. Артабан уҡыусы ҡыҙҙар һәм малайҙар шиғырҙарҙы тасуири һөйләне, һорауҙарға саф башҡортса яуап бирҙе. Афариндан башҡа һүҙ юҡ уларға!

Шундай бай йөкмәткеле байрамды үткәреүҙә булышлыҡ иткән китапханасы ҡыҙҙарҙың, уҡытыусыларҙың эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете теләп ҡалам. Яңы йыл шатлыҡтар ғына килтерһен! Беҙ балаларға башҡорт телен һөйөргә, хөрмәт итергә бергәләп өйрәтһәк кенә, милләтебеҙ сәскә атыр!

 

Нәсимә ҒАЙСИНА.

Әбйәлил районы.

“Әпәкәй”ҙе тәмләнек
“Әпәкәй”ҙе тәмләнек
“Әпәкәй”ҙе тәмләнек
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: