+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
26 Ғинуар , 14:48

Шәп китап сыҡты!

Һөйөнсө: Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте өр-яңы баҫма тәҡдим итә! “Осҡор Ерҙә ҡунаҡта” атамалы плакатлы китапта мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн йәнлектәр һәм ҡоштар тураһында файҙалы мәғлүмәттәр тупланған. Төҙөүсеһе – Әлфиә Теләмова.

Шәп китап сыҡты!
Шәп китап сыҡты!

Ҡояш системаһының Юпитер планетаһынан космос карабында Ергә килгән Осҡорҙо ағас башында бал ашап ултырған айыу Ер йөҙөндә көн иткән тере йән эйәләре менән таныштыра. Осҡор менән бергәләп ҡоштарҙың һәм йәнлектәрҙең йәшәү рәүеше, туҡланыуы, ҡылыҡтары һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышырға була. Бәләкәстәрҙең телмәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ иткән баҫма оҫта рәссам Артур Василовтың һүрәттәре менән бирелеүе китаптың баһаһын бермә-бер арттыра.

Әсәйҙәр һәм атайҙар, өләсәй-олатайҙар, апай-ағайҙар, бәләкәстәрегеҙҙе ошондай бай мәғлүмәтле, матур, ҡыҙыҡлы китаптан мәхрүм итә күрмәгеҙ!

Шәп китап сыҡты!
Шәп китап сыҡты!
Шәп китап сыҡты!
Шәп китап сыҡты!
Шәп китап сыҡты!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: