"Өфө каникулдары йәки Бал ҡорто Зуля нисек батшабикә булған" тигән был китаптың авторы - яҙыусы Алла Кузьмина. Сағыу һүрәтле, Өфөнөң 450 йыллығына бына тигән бүләк.Ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары менән таныштыра, тарихыбыҙ тураһында һөйләй. Геройҙары Бал ҡорто, Һыуһар, Аҡбуҙат...
Китап балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡыҙыклы булмаҡсы. Иң мөһиме, ул илебеҙҙең төрлө ҡалаларында һатыуға сығарыласаҡ, тимәк Өфө, башҡорт халҡы тураһында тағы ла күберәк ватандаштарыбыҙ беләсәк. Ә был үҙ-ара дуҫлыҡты тағы ла нығытыуға үҙ өлөшөн индерәсәк.