-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Шәп китап сыҡты

Борон-борон заманда, "Йәншишмә" "Башҡортостан пионеры" булғанда... Мар. Сәлим, беләһегеҙме, нимә эшләгән?

Шәп китап сыҡты
Шәп китап сыҡты

Ул да, беҙҙең ҡайһы бер дуҫтарыбыҙ һымаҡ, баҫмабыҙға әүҙем яҙышып торған))). 60-сы йылдар башында бындай хәтәр псевдонимлы балалар һирәк булғандыр ул! Ә дуҫтары ябай ғына итеп Марсель Сәлимов тип йөрөткән уны. Вәт ҡәләме ябай булмаған! Башланғыс синыфтарҙан уҡ бәләкәй күләмле әҫәрҙәр – хикәйә, мәктәп сәхнәһе өсөн сценарий, шиғыр, фельетондар ижад итергә ярҙам иткән үткер ҡәләм булған икән ул.

Йылдар үтеп, Марсель Сәлимов бөтә донъяға билдәле сатирикка әүерелгән. Һәм баяғы гәзитебеҙҙә баҫылған әҫәрҙәрен, ғөмүмән, ижад юлы башындағы емештәрен ағайыбыҙ быйыл китап итеп баҫтырҙы. Тауыҡ көлкөһө инде! Ғәфү итегеҙ, китап шулай тип атала, әллә нимә уйлап ҡуймағыҙ.

"Тауыҡ көлкөһө” сатириктың "Тишекле таш" исемле юмористик йыйынтығының дауамы булып тора. Был китабында ла "һайланған-яйланған әҫәрҙәр"е тупланған. Шундай шәп баҫманы иң беренсе дуҫтарға күрһәтергә кәрәк бит инде – атаҡлы ағайыбыҙ Өфөләге Ленин урамындағы "Китап" нәшриәтенең магазинына тәү сиратта уларҙы йыйып алды. Һөйләшеп, көлөшөп, китабын бүләккә алып ҡайтып киттек.

Быны социаль селтәрҙәрҙә күргән уҡыусылар: "Китапты ҡайҙа, нисек алырға була?" – тип ҡыҙыҡһына ла башланы. Шул баяғы магазинда бар. Һеҙ ҙә, дуҫтар, ятып ҡалмағыҙ, алып уҡығыҙ!

 

АВТОР, ЮЛАЙ КӘРИМОВ, АЛИНА ҒӘЛИМОВА фотолары.

Шәп китап сыҡты
Шәп китап сыҡты
Шәп китап сыҡты
Шәп китап сыҡты
Шәп китап сыҡты
Шәп китап сыҡты
Шәп китап сыҡты
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: