Тамашасыларҙы китапхана етәксеһе Айгөл Әминева, республиканың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина, Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова һәм башҡа ҡунаҡтар сәләмләне. Улар яңы китаптың мәҙәниәтебеҙ өсөн мөһимлеген билдәләне, авторға уңыштар теләне. Әҫәр аша баш ҡалабыҙ менән танышырға, уны яңынан асырға мөмкин.
Төп герой булған Зуля исемле бал ҡорто дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү һәм тирә-йүнгә һөйөү символы булараҡ һүрәтләнә. Алла Александровна үҙе әйтеүенсә, бал ҡортоноң мажаралары уҡыусы өсөн бик ҡыҙыҡ булмаҡсы. Иң мөһиме – әкиәт бирешмәҫкә, үҙ маҡсатыңа табан барырға өйрәтә, тине автор.
Бейеүселәр, ҡурайсылар, йырсылар сығышы осрашыуға йәм өҫтәне. Уйын ойошторолоп, еңеүсе бүләккә китап алыу мөмкинлегенә эйә булды. Оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә үткән ерҙән дә кеше өҙөлмәне. Алла Кузьминаның китабы һеҙҙең кәштәлә лә урын алһын, дуҫтар!
Заһир ИШКИНИН, бүлек етәксеһе.