Бөгөн Өфөләге Ленин урамы, 26-сы йортта урынлашҡан "КИТАП" магазинында шағирҙың яңы баҫмаһының исем туйы булды. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең яңы йыйынтығы "Әҙәби мираҫ" серияһында баҫылып сыҡты. Унда кешегә, уның бөйөклөгөнә, күңел матурлығына һәм рух көсөнә арналған шиғырҙар тупланған.
Сарала бөйөк шағирҙың ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фондтың директоры Әлфиә Кәримова, Совет районы башлығының урынбаҫары Солтан Баҙыҡов, китапты сығарыуҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм баш һүҙ яҙыусы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары, Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназия уҡыусылары һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Китаптың исем туйы бик йылы һәм матур үтте.