-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
7 Декабрь , 13:27

"Ҡашлы йөҙөк"

Һәләтле йәш яҙыусы Рәзинә Зәйнетдинованың "Ҡашлы йөҙөк" китабы баҫылып сығыу менән әҙәбиәт һөйөүселәр уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый, табырға, һатып алырға тырыша. Повесындағы геройҙар беҙҙең арала ғына йөрөгән кеүек, бөгөнгө ваҡиғалар һүрәтләнә. Был иһә әҫәрҙе тағы ла уҡымлыраҡ итә.

"Ҡашлы йөҙөк"
"Ҡашлы йөҙөк"

Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, "Шоңҡар" республика йәштәр журналы хеҙмәткәре Рәзинә Зәйнетдинова-Урманшинаның икенсе китабы был. "Килен шәле" тигәне 2017 йылда сыҡҡайны.
"Ҡашлы йөҙөк"төң исем туйына авторҙың хеҙмәттәштәре, ижадташ дуҫтары йыйылды. Сығыштар йыр-моң менән үрелеп барҙы. Рәзинәнең студент йылдарындағы остазы, тәнҡитсе, "Ағиҙел" журналының яуаплы сәркәтибе Луиза Риф ҡыҙы Кирәйева авторҙың ижадына баһа биреп: "Прозаға, ғәҙәттә, күпмелер тәжрибә, бол туплағас ҡына киләләр. Ә Рәзинә йәштән ҡыйыу аҙымдар яһай: детектив, фантастика өлкәһендә лә, сюжет буйынса ла ҡәләмен шымарта. Әҫәренең тәүге юлдарынан уҡ уҡыусынының иғтибарын йәлеп итә, ылыҡтыра белә. Геройҙары төрлө шарттарҙа, төрлө ваҡиғаларҙа һынала. Иң мөһиме: сюжет "йомғағын" һүтә белә ул. Артабан ни булыр? Герой үҙ юлын табырмы? Әллә һыныр, һынатырмы?.. Уҡыусыны шулай уйландыра белеүе уңышының башылыр", – тине.
Рәзинә Зәйнетдинованың егәрлелегенә, әүҙемлегенә һоҡланырлыҡ. Ижади әҫәрҙәр, үҙе эшләгән журналға мәҡәләләр яҙыуҙан тыш, бүтән баҫмалар редакциялары менән дә даими хеҙмәттәшлек итә. Хикәйәләрен, мәҡәләләрен баҫтырып тора. Конкурстарҙа ҡатнаша, үҙе лә – уҡыусылар өсөн ойошторолған ижади бәйгелә баһалама комиссияһы ағзаһы. Йәмғиәттең кире күренештәрен һүрәтләгән хикәйәләре үҫеп килеүсе быуын өсөн тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. "Йәншишмә" гәзитендә быйыл баҫылып сыҡҡан "Упҡынға өс аҙым" әҫәрен уҡығанһығыҙҙыр, моғайын.
Тәржемәсе булараҡ тә һынап ҡараны ул үҙен. Хеҙмәттәше Заһиҙә Мусина менән икәүләп ҡаҙаҡ яҙыусыһы Кемел Тоҡаевтың "Билдәһеҙ эҙ" тигән китабын башҡортсаға тәржемә иттеләр. Яңыраҡ халыҡ-ара форум барышында Радий Хәбиров уны Ҡаҙағстан Президенты Касым Жомарт Кемелгә, йәғни билдәле ҡаҙаҡ яҙыусыһының улына, бүләк итте. Бына ниндәй иҫтәлекле ваҡиға!
Исем туйына Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы Зәки Әлибаев үҙенең студенттарын да алып килгәйне. Эйе, быуындар бәйләнеше, йәштәрҙең яҙыусылар менән осрашыуы бик кәрәк. Бәлки ошо студенттар араһында башҡорт әҙәбиәтенә килерлек һәләтле авторҙар, тәнҡитселәр барҙыр. Ижади осрашыуҙар илһамландыра ул.
Рәзинә Зәйнетдинова үҙ сиратында ижадына иғтибары, ярҙамы өсөн Яҙыусылар союзы һәм "Китап" нәшриәте етәкселегенә ҙур рәхмәтен белдерҙе. Гәзитебеҙҙең әүҙем авторына тағы ла уҡымлы әҫәрҙәр ижад итеүен теләйбеҙ.

 

"Ҡашлы йөҙөк"
"Ҡашлы йөҙөк"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: