Ер йөҙөндә һөнәрҙәр бик күп икән! Үҫкәс, кем булырға һуң? Был һорауға яуапты шағирә апайыбыҙ Фатима Мостафина исемендәге ҡала башҡорт гимназияһының I “В” синыфы уҡыусылары менән бергә эҙләне. Һәр шиғырға ҡыҫҡа ғына видеояҙмалар ҙа төшөрөлгән, уларҙа һөнәрҙәрҙең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләнелә. Әйткәндәй, беренселәр инде киләсәктә кем булырҙарын уйлап та ҡуйған.
Әлфиә Әсәҙуллинаның китабын мотлаҡ рәүештә балалар баҡсаларына таратырға кәрәк, тигән фекергә килде ҡунаҡтар. Моңло телебеҙҙә яҙылған йәтеш кенә шиғырҙар балаларға һөнәр һайларға ярҙам итһен шул!