– Әсәй, һиңә ҡайһылай оҡшай: аудиояҙма тыңлаумы әллә китапты тотоп уҡыумы?
– Әлбиттә, китаптың биттәрен шытырҙатып асып,рәхәтләнеп уҡырға яратам. Ул миңә рухи ләззәтлек бирә. Бына бөгөн дә китап һатып алдым, уҡып сығырға кәрәк. «Илмәнтау мөғжизәһе» тип атала ул, авторы –Мәрйәм Бураҡаева. Донъяла иң-иң ҡиммәтле мөғжизә нимә, тип уйлайһың? Был һорауға ошо китаптан яуап табырға була. Унда ҡиммәтле таштар нисек барлыҡҡа килгән, улар ни өсөн файҙалы – был турала таштар үҙҙәре һөйләй.
– Таштар һөйләй алмай ҙа инде, тип әйтеүселәр булыр, әсәй.
– Был китапта улар һөйләшә. Әкиәт итеп яҙылған бит. Ә мәғлүмәттәр фәнни яҡтан дөрөҫ. Шуға әҫәр –фәнни әкиәт. Үҙең дә уҡырһың.
Эйе, был китапта Илмәнтауҙағы киң билдәле аҫылташтарҙың үҙенсәлеге, файҙалы сифаттары кескәйҙәргә аңлайышлы итеп, минералдарҙың үҙҙәре тураһында йәнле һөйләүҙәре аша бирелгән. Китапты рәссам Ирина Әхмәҙуллина сағыу буяуҙар менән биҙәгән. Беҙҙең тәбиғәтебеҙ иҫ киткес, тауҙарыбыҙҙа ниндәй генә таштар юҡ! Улар серле лә. Алмас батыр, Ҡараташ батыр, Күмер батыр, Малахит батыр, Һыу, Зөбәржәт тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белергә була.
«Ҡәҙерле минең йәш дуҫтарым! Ошо китапты уҡығас, белемегеҙ бер баҫҡысҡа күтәрелеп, зиһенегеҙ яҡтырып китер, тип ышанам. Үҙегеҙ өсөн бик күп яңылыҡтар алырһығыҙ! Ә Илмәнтауҙың иң мөғжизәле төбәк булыуын белгәс, барып күргегеҙ килер. Хайран итерлек тау ул! Китапты ҡабат-ҡабат уҡығыҙ, уҡыған һайын яңы серҙәр асырһығыҙ. Уңыштар һеҙгә!» – үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән «Илмәнтау мөғжизәһе» китабының баш һүҙендә яҙыусы, педагог Мәрйәм Бураҡаева ошолай тип мөрәжәғәт итә уҡыусыларға.
Бына ошо бәләкәй генә китаптан һин дә бик күп мәғлүмәт алырһың, дуҫҡай.